Бөтә яңылыҡтар

БАҠСАСЫ ХӘЙЛӘЛӘРЕ

Мул уңыш алыу өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе файҙаланығыҙ

БАҠСАСЫ ХӘЙЛӘЛӘРЕ
БАҠСАСЫ ХӘЙЛӘЛӘРЕ
  • Кишерҙең сығышы күренгәнгә тиклем даими рәүештә һыу һибеп торалар. Һуңынан үҫентеһе күренгәс тә, көндәр үтә эҫе тормаған осраҡта, 12-15 көн тирәһе һыу һипмәҫкә кәрәк, был уның тамырҙарына ергә тәрәнгәрәк китеп үҫергә мөмкинлек бирә.
  • Әгәр борсаҡ эргәһенә гәрсис сәсһәң, унан ике тапҡырға күберәк уңыш алырға мөмкин.
  • Укропты ҡояш нурҙары төшкән урынға сәсергә кәрәк, юғиһә, күләгәлә үҫкән япраҡтарҙан хуш еҫ аңҡымай. Шулай уҡ укроп сәселгән тупраҡҡа көл һәм эзбизташ һипмәйҙәр.
  • Ҡабаҡ яҡшы өлгөрһөн өсөн ҡабаҡ елеһен ергә ҡаҙап, тамырландыралар.
  • Ноҡот борсағы, борсаҡ, һуған, һарымһаҡ, фасоль үҫентеләрен кесерткән төнәтмәһе менән туҡландырмағыҙ.
  • Көн һайын үрсетмәнең башын 1-2 минут дауамында һыйпап торһаң, ул оҙонайып китеп үҫмәй. Сөнки ҡул менән тейгән саҡта үҫемлектә этилен матдәһе бүленеп сыға, ул үҫеү процесын тотҡарлай.
  • Кесерткән үҙе эргәһендә үҫкән үҫемлектең төрлө ауырыуҙарға ҡаршы торо-усанлығын арттыра. Шуға күрә, рәт араларына ваҡланған кесерткән йәйеү файҙалы.
  • Гәрсис сидераттары тупраҡты фосфор һәм көкөрт менән байыта, айыуғорт һәм ҡаты ҡортто (проволочник) бөтөрә.
  • Алдан гәрсис үҫкән урында һуған яҡшы үҫә.
  • Люпин, сөйәл үләне, настурция, бәйғәмбәр тырнағы, бәрхәт сәскәһе, һуған, ҡәнәфер, гөлбаҙран, әрем - төрлө ҡоротҡостарҙы ҡурҡытыусы үҫемлектәр.
  • Ҡайын еләге төптәре араһына ылыҫлы ағастарҙың ҡойолған энәләрен һибеү файҙалы. Был емештәрҙең тәмен яҡшырта, сереүҙән һаҡлай, оҙонморон, талпан һәм ҡаты ҡортто бөтөрөргә ярҙам итә. Ә бына абаға йоморо ҡорттарҙан һәм сереүҙән һаҡлай.
  • Ҡапыл һыуыҡтар төшкәндән һуң үҫемлектәргә һуған ҡабығы төнәтмәһе һибәләр. Бының өсөн 0,5 литр һуған ҡабығына 10 литр һыу ҡойоп ҡайнатып, 12 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Һипкәндә 2/10 нисбәтендә һыу ҡатыштырырға кәрәк.
  • Көндәр һыуынғанда теплицаға биҙрәләр менән ҡайнар һыу индереп ҡуйырға, тимер өҫтөнә йылытылған кирбестәр түшәргә була.
  • Уңдырышлылыҡты күтәреү өсөн баҡсаға төрлө һеркәләндереүсе бөжәктәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Был маҡсатта алһыу һәм аҡ туҡранбаш, һолобаш, бажат сәсергә була. Шулай уҡ аҡ гәрсис һәм кишер сәскәләре лә бөжәктәрҙе үҙенә тарта.
  • Миҙгелдә бер-нисә тапҡыр емеш биргән сортлы еләктәр йәйҙең икенсе яртыһында күберәк уңыш килтерһен өсөн яҙғыһын уның сәскә сыға торған һабаҡтарын һындырып алалар.
  • Ҡыяр эргәһенә укроп сәсергә кәңәш ителә.
  • Картуф йәки томат тирәләй сәселгән сөгөлдөр фитофторозға бирешмәҫкә булышлыҡ итә.
  • Ултыртылған һәр кәбеҫтә үҫентеһе эргәһенә кесерткән һабағы ҡаҙап сыҡҡан осраҡта, кәбеҫтә тиҙерәк тамыр йәйеп үҫеп китәсәк.

“Киске Өфө”нән

Фото: Яндекс.Дзен

Читайте нас: