Бөтә яңылыҡтар

Оҙаҡ йәшәүҙең бер сере

Бының өсөн һәр иртән финики ашарға кәрәк.

Оҙаҡ йәшәүҙең бер сере
Оҙаҡ йәшәүҙең бер сере



Бының өсөн һәр иртән финики ашарға кәрәк.

Унда организмға кәрәкле барлыҡ файҙалы матдәләр бар. Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн көн һайын кәмендә 10 емеш ашарға кәңәш итәләр. 

Финики – баҡыр, тимер, магний, цинк, марганец, калий, кальций, фосфор, көкөрт, бор сығанағы.

Уны даими ашап, ҡанда шәкәр күләмен яйға көйләп була. Пектинға бай финики яман шеште, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын киҫәтергә булышлыҡ итә.

Финики йөклө һәм бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарға ла бик файҙалы.

Юҡҡа ғынамы, ураҙа тотҡанда ла финик емеше менән ауыҙ асалар?!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: