Бөтә яңылыҡтар

Баҡсаны ҡырмыҫҡа баҫһа

Баҡсаны ҡырмыҫҡалар баҫһа, түбәндәге әмәлдәрҙе күрергә була:

Баҡсаны ҡырмыҫҡа баҫһа
Баҡсаны ҡырмыҫҡа баҫһа
  • Ҡырмыҫҡалар насар еҫтән ҡурҡа. Ҡырмыҫҡа иләүе өҫтөнә ыҫланған селедка башы, томат һәм петрушка һабағы, дәрсен, ҡором һалырға кәрәк.
  • Ҡырмыҫҡалар төйәкләгән ерҙе йомшартып, эзбиз һирпергә. Унан тыш, лимон кислотаһы, аш содаһы, ҡайнар һыу ҡойорға мөмкин.
  • Ҡырмыҫҡа ояһын йомортҡа һалған ҡатламына тиклем ҡаҙып, кер йыуыу өсөн тәғәйенләнгән порошок иретмәһен ҡойоп, яңынан күмергә.
  • 10 литр һыуға 1 ҡалаҡ һеркә, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, бер аҙ шыйыҡ һабын һалып болғатырға һәм ҡырмыҫҡа ояһының уртаһына тишек ҡаҙып ҡойоп, бер-нисә көнгә пленка менән ябып ҡуйырға. Ҡырмыҫҡалар башҡаса был урында булмаясаҡ.
  • Бор кислотаһы һәм шәкәр иҙмәһе лә ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолорға ярҙам итә. Әҙер иретмәне бәләкәй һауыттарға, дарыу һауыттарына ҡойоп, тәмле еҫ аңҡыһын өсөн бер аҙ бал ҡушып һалып, ҡырмыҫҡа иләүе тирәләй ултыртырға.
  • Мамыҡты кәрәсингә манып алып, ҡырмыҫҡа иләүе эргәһенә һалған осраҡта ҡырмыҫҡалар был урындан ҡаса.
  • Ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолған осраҡта ла инә ҡорт урынында ҡала икән, был бөжәктәр кире шул урынға килеп тулыуын көт тә тор. Был осраҡта иң йоғонтоло ысул -ҡырмыҫҡа ояһын баҡсанан ситкә ҡаҙып алып сығарыу булыр.

Фото: fermerss.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: