Бөтә яңылыҡтар

Кишер үҫтерәм...

Агроблогер Артур Иҙелбаев үзбәктәрсә кишер сәсеү ысулы менән уртаҡлаша

Кишер үҫтерәм...
Кишер үҫтерәм...

Нимәлер ултыртырға, сәсергә тиһәк, тигеҙ түтәлдәр һәм тигеҙ итеп ярылған юлдар күҙ алдына баҫа. Мин дә бәләкәйҙән кишерҙең рәт-рәт кенә булып ултырғанына өйрәнгәнмен. Былай утарға ла уңайлыраҡ һымаҡ. Әммә бына икенсе йыл инде үзбәк алымы менән ултыртам һәм былай нығыраҡ оҡшай ҙа.

Үзбәктәр кишерҙе нисек сәсә һуң? Улар ниндәйҙер һауыт ала, мәҫәлән, тәрилкә, унда кишер орлоғон тупраҡ менән ҡушып болғай. Был процедураны орлоҡтарҙың тупраҡта тигеҙ бүленеүенә тиклем башҡара, һуңынан ошо ҡатнашманы ергә һибеп сығалар ҙа, тырматалар һәм һыу һибәләр. Кишер тигеҙ булып үҫә, хатта сүп үләненә морон төртөргә урын да ҡалмай. Бигерәк тә кишер көс йыйғас, улар бөтөнләй үҫмәй. Сәсеп бөтөп һыу һипкәс, түтәлде пленка йәки арготекс менән ҡаплаһаң, пар аҫтында орлоҡтар тиҙерәк шыта. Ашлама өсөн тауыҡ тиҙәгенән эшләнгән ҡатнашманы ҡулланырға мөмкин.

(“Киске Өфө”нән).

Читайте нас: