Бөтә яңылыҡтар

БАҠСАСЫ ХӘЙЛӘЛӘРЕ

Ҡауынды мискәлә үҫтер

БАҠСАСЫ ХӘЙЛӘЛӘРЕ
БАҠСАСЫ ХӘЙЛӘЛӘРЕ

Ҡауынды мискәгә сәсеүҙең үҙенең ыңғай яҡтары бар, урынды ла күп алмай. Бының өсөн 200 литрлы иҫке ҙур тимер мискәне ҡулланам.

Тәүҙә мискәнең тышын аҡ буяу менән буярға кәрәк. Уны яртыһына үлән, бесән, һалам тултырып, өҫтөнән 3-4 биҙрә ҡара тупраҡ һалам. Өҫтөнә марганцовкалы йылы һыу ҡоям да, бер нисә көнгә өҫтөн баҫырып ҡуям. Тупраҡты мискә тулғансы һалмағыҙ.

Орлоҡтарҙы шыттырғас, мискәгә сәсәм дә, пластик шешә менән ҡаплап ҡуям, ә өҫтөнән тағы ябам. Ҡауын шытып сыҡҡас, көн торошона ҡарап, шешәләрҙе алам. Мискәнең уртаһына берәй таяҡ ҡаҙап, уға полиэтилен бәйләйем, төнгөлөккә уның менән мискәне ябам, көндөҙ кәрәк булмағанда, алып ҡуяһың. Химикаттар ҡулланмайым, кесерткән үләне төнәтмәһе ҡоям.

Аллы-гөллө сәскәләр

Баҡсала йәшелсә, еләк-емештән тыш сәскә лә үҫтергегеҙ килһә, күп йыллыҡтарына өҫтөнлөк бирегеҙ. Сәскәне һайлағанда, ғәҙәттә, уның матурлығы менән бер рәттән, һыуыҡтарға бирешмәүе, артыҡ иғтибар талап итмәүенә лә ҡарарға кәрәк.

Астильба - күләгәлә яҡшы үҫә һәм сәскә ата. Шуға ла уны баҡсаның яҡтылыҡ ныҡ төшмәгән урындарына ултырта алаһығыҙ. Астильбаның тәпәш сорттары ла, бейеклеге 1 метрға еткәне лә бар. Аҡ, ҡыҙыл, алһыу төҫтә сәскә ата. Сәскәләр 10 аҙнаға тиклем ултыра. Ас-тильбаға ваҡытында һыу ҡойоп торһаң, етә. "Aphrodite", "Cattleya" сорттары матур.

Анемона - күп йыллыҡтар араһында иң матур һәм нәзәкәтле сәскәлер, моғайын. Төҫө аҡтан алып сағыу ҡыҙылға тиклем. Ҡара тупраҡта һәм күләгәлә яҡшы үҫә. Беҙҙең тәбиғәт шарттарында "Honorine Jobert", "Septembercharm" гибридтары ҡулайлы.

Гелениум - оҙаҡ сәскә атыуы менән һоҡландыра. Ҡайһы бер сорттары йәй буйына сәскә ата. Улар ҡояш ярата, иң мөһиме, ваҡытында һыу һибеп тороу. Сортына ҡарап, йәй башында йәки көҙ сәсәләр. Тәҡдим ителгән сорттары - "Waltraud", "Rubinzwerg", "Septem-bergold".

Яран гөлө - ҡышлаған гөлдө йәйгелеккә баҡсаға сығарып ултыртһағыҙ, ул эре сәскәләре менән ҡыуандырыр. Яран гөлө оҙаҡ сәскә атмаһа ла, һуңынан уның япраҡтары сағыу ҡыҙғылт төҫкә инә һәм үҙенсәлекле биҙәк өҫтәй.

Котовник - һалҡын тәбиғәтле төбәктәрҙә яҡшы үҫә. Сәскәһенең формаһы һәм төҫө менән бер аҙ лаванда-ны хәтерләтә. Артыҡ ҡарау талап итмәй, ауырыуҙарға бирешеп бармай, төрлө урында ла үҙен яҡшы тоя. Тәүге тапҡыр сәскә атҡас, сәскәһен ҡырҡып алһаң, ул яңынан сәскә атасаҡ. Котовникты үҫтерергә булһағыҙ, уның "Walker Low", "Six Hills Giant" сорттарына иғтибар итегеҙ.

Мәк - сәскәләренең ҙурлығы һәм матурлығы менән арбар. Мәктең иртә сәскәләнә торған сорттары - май-июндә, һуң ата торғандары июнь-июлдә сәскә ата. Ҡояшлы урында, кальцийға бай тупраҡта үҫә.

Рудбекия - һарғылт-һары төҫтәге был сәскә йәй аҙағына, көҙ башына сәскә ата. Тамыры ныҡ йәйелеп китеп, бөтөн баҡсаны баҫып алыуы ла бар. Дымлы тупраҡты, ҡояшты ярата. Иң яҡшы сорты - "Goldstrum".

Хоста - был сәскәне астильба янына сәсһәгеҙ, бик матур күренәсәк. Хоста сәскәһенең япраҡтары ҙур. Ҡыңғыраулы аҡ йәки алһыу сәскәләре июндә сәскә ата. "Hosta Sieboldieana", "Hosta Fortunei" сорттары матур.

(“Киске Өфө”нән).

Читайте нас: