Бөтә яңылыҡтар

Ҡарағай ылыҫы

Ҡарағай энәләрен баҡса ҡоротҡостарынан һаҡланыу өсөн ҡулланырға була

Ҡарағай ылыҫы
Ҡарағай ылыҫы

Бының өсөн 1 кг ылыҫты 5 литр һыуға һалып, бер аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйып торорға. Төнәтмәне көн һайын болғатырға онотмайбыҙ. Шунан уны һөҙөп, һиберҙән алда кире биш литрға еткәнсе өҫтәп һыу ҡойорға. Был 5 литрлыҡ төнәтмәгә 20 грамм шыйыҡ һабын ҡушҡанда һөҙөмтәлерәк була. Ҡарағай энәһе төнәтмәһен бет (кеблә), япраҡ бөрсәһенә ҡаршы ҡулланалар.

Төнәтмәне тиҙ генә әҙерләргә кәрәк булһа, ҡарағай энәләренә 1:1 нисбәтендә ҡайнар һыу ҡойоп, бер тәүлек төнәтергә кәрәк. Һөҙөп, шыйыҡ һабын өҫтәһәң, әҙер була. Был төнәтмә көслө, уны ҡулланырҙан алда 1:5 нисбәтендә һыу ҡушырға һәм кискә ҡарай һибергә кәрәк. Баҡсалылар 1 төп ҡарағатҡа 1,5 литр, крыжовникҡа – 1 литр, ҡурай еләгенә – 2 литр, еләктең бер квадрат метрына 0,2 литр, ҙур ағасҡа 10 литр төнәтмә һибергә кәңәш итә. Ҡарағат һәм крыжовникҡа күбәләк (огневка) баҫмаһын өсөн сәскә ата башлаған мәлендә үк һәр 5 көн һайын һибергә. Был төнәтмә еләкте сереүҙән һаҡлай.

(“Киске Өфө”нән)

Читайте нас: