Бөтә яңылыҡтар

Һипкелдәр

Халыҡ медицинаһы һипкелдәрҙән ҡотолоу өсөн түбәндәге кәңәштәр тәҡдим итә

Һипкелдәр
Һипкелдәр

– Ҙур булмаған 1 картуфты ҡырып, 1 ҡалаҡ миндаль көрпәһе, 3-4 ҡалаҡ әсегән һөт, 1 балғалаҡ үҫемлек майы өҫтәргә, битлекте 20 минуттан һалҡын һыу менән йыуып төшөрөргә. Һуңынан бит тиреһенә ярашлы крем һөртөргә.

– Иртән һәм кисен ҡаты сәй һөртһәң, һипкелдәр ныҡ күҙгә ташланып тормаҫ. Шулай уҡ әсегән һөт һөртөү ҙә файҙа бирә.

– Ҡыярҙың орлоғон ҡырып алып (3 ҡалаҡ), 1 стакан араҡы ҡойоп, 12 сәғәт төнәтәләр. Иртәле-кисле битте таҙатырға. Орлоҡтар урынына ваҡланған ҡыяр ҡулланырға ла була.

– Бәпембә япраҡтары һутын көнөнә 3-4 тапҡыр һипкелдәргә һөртөргә.

– 1-әр ҡалаҡ миләүшә, календула, һары мәтрүшкә, шиңмәҫгөлдө (бессмертник) 1 литр ҡайнар һыуҙа 2-3 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә.

– Һипкелдәргә лимон, ҡыяр, һуған һуты һөртөргә була. Иҙелгән еләктән битлек яһарға була.

– 1 йомортҡа ағына 2 ҡалаҡ 1 процентлы аш һеркәһе өҫтәп, миксерҙа болғатырға, бит тиреһенә һөртөргә.

(“Киске Өфө”нән).

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: