Бөтә яңылыҡтар

Ҡыяр үҫентеһенә – икмәк ҡайыры

Ҡыяр үҫентеләрен туҡландырып торорға кәрәк

Ҡыяр үҫентеһенә – икмәк ҡайыры
Ҡыяр үҫентеһенә – икмәк ҡайыры

Ҡыяр үҫентеһе тиҙ үҫә, шунда уҡ беренсе уңышы менән дә ҡыуандыра башлай. Шуға ла ҡыяр үҫентеләрен туҡландырып торорға кәрәк, ул тупраҡтағы файҙалы матдәләрҙе исрафлап бөтһә, уңыш биреү түбәнәйә, туҡланыу элементтары тигеҙлеге боҙолоуы ҡыярҙың формаһында сагыла башлаясаҡ.

Туҡландырыуҙың иң ябай һәм еңел ысулы: биҙрәнең 2/3 өлөшө тулғансы ҡара икмәк ҡайыры һалырға, һыу ҡойорға һәм берәй ауыр әйбер менән баҫырып ҡуйырға. Биҙрәне йылы урынға ҡуйып, икмәкте 1 аҙна әсетәбеҙ. Килеп сыҡҡан төнәтмәне һыу менән (1:3) ҡатыштырып, ҡыяр үҫентеләренең тамырына ҡойоп сығырға. Бер ҡыуаҡҡа сама менән ярты литр ҡойорға кәрәк. Бынан һуң ҡыяр яҡшы итеп сәскә ата башлай, ҡыярҙар һарғаймай, формаһы ла матур була.

Читайте нас: