

Ҡый үләндәренән арыныу
Баҡсала түтәлдәр араһына сыҡҡан дегәнәк һәм ҡурйын үләне кеүек эре ҡый үләндәренең тамырын йолҡоп алыуы еңел түгел. Тамыры төпкә китеп үҫкән ҡый үләндәрен яҡшылап ҡаҙып та булмай, эргәһендәге файҙалы үҫентеләргә зыян килтереүе мөмкин. Был ҡый үләндәрен түбәндәге ысул менән бөтөрөргә була: үләндең өҫкө өлөшөн тулыһынса ҡырҡып алып, тамырһабағы өҫтөнә бер-ике семтем тоҙ һибергә кәрәк. Тоҙ үләндең тамырын ашап бөтөрә, үҫеүен туҡтата.
Ҡурай еләген кәртәләү
Ҡурай еләге бик тәмле емеш, әммә уның тамырҙары тиҙ таралып, бөтә баҡсаны баҫып алырға мөмкин. Ҡурай еләгенең тамырҙары баҡсаның кәрәкле өлөшөнән артыҡ ситкә сығып үҫмәһен өсөн ул ултырған ерҙе тирәләтеп ҡаҙып, шифер һалырға тәҡдим ителә. Әммә шиферҙе ҡырҡыуы ауыр, бынан тыш, матур күренмәй. Шифер урынына ҡурай еләге үҫкән территорияны пластик ҡайма менән уратып алырға була. Уның киңлеге 20 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә был рәүешле ҡаймалап ҡуйырға теләмәһәгеҙ, ҡурай еләге тирәләй һарымһаҡ һәм петрушканы бер йә өс рәт итеп сәсергә мөмкин.