Ябығырға теләһәң...

Биш көндә биш килограммға ябығыу - мөмкин хәл. Бик боронғо һәм күп тапҡыр һыналған рецепт бар.

Ябығырға теләһәң...Ябығырға теләһәң...
Ябығырға теләһәң...

Халыҡ табибы Сергей Макеев әйтеүенсә, биш көндә биш килограммға ябығыу - мөмкин хәл. Бик боронғо һәм күп тапҡыр һыналған рецепт бар.

Бер ус самаһы йүкә сәскәһен термосҡа һалып, бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, ауыҙын ябып ҡуябыҙ. Ошо төнәтмәне көн дауамында, һыуһаған һайын эсергә кәрәк. Йүкә сәскәһе төнәтмәһенән башҡа бер нәмә лә эсергә ярамай, ә бына сама белеп кенә ашарға мөмкин.

Икенсе көндә тал омелаһынан (омела ивная) ябыҡтырғыс эсемлек әҙерләйбеҙ. Йүкә сәскәһе төнәтмәһен әҙерләгән кеүек, бер ус үләнгә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, термосты ябабыҙ. Омела организмды тарҡалған матдәләрҙән таҙарта, артыҡ майҙы яндыра. Унан әҙерләнгән сәйҙе эскәс, тейешенән артыҡты ашағы килмәй.

Ябығыуҙың өсөнсө көнөнә берәр ус йүкә сәскәһе һәм тал омелаһын бергә һалып, термосҡа ике литр ҡайнар һыу ҡойоп ултыртабыҙ. Дүртенсе көнөнә лә икеһен бергә һалып эсемлек әҙерләргә һәм бер ағас ҡалаҡ бал ҡушырға. Бишенсе көндә йүкә, тал оме-лаһы, бал һәм лимондан эшләнгән эсемлекте көн дауамында эсеп йөрөргә. Бер лимон һутын тотош һығырға кәрәк. Борон, Рәсәйҙә лимондар булмаған заманда, тоҙланған кәбеҫтәнең һутын ярты стакан күләмендә ҡушҡандар. Сама белеп туҡланып һәм үрҙә өйрәтелгән ысул буйынса әҙерләнгән эсемлекте эсеп, биш көндә биш килограмға ябығырға мөмкин.

(“Киске Өфө”нән).

Читайте нас