

Ҡарағат япрағында төрлө витаминдар (бигерәк тә "С" витамины), минераль тоҙҙар, фитонцидтар, флавоноидтар күп.
Уны витамин етешмәүҙән яфаланғанда, иммунитет ҡаҡшағанда ҡайнатып эсеү файҙалы. Арығанда, оҙайлы ауырығандан һуң ҡулланғанда был сәй хәлегеҙҙе яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, "С" витамины бик көслө антиоксидант, яман шеш ауырыуы барлыҡҡа килеүенән һәм ваҡытынан алда ҡартайыуҙан һаҡлай.
Ҡарағат япрағы төнәтмәһе дезинфекциялай, елһенеүҙе бөтөрә. Шуға уны ашҡаҙан сей яраһы (язваһы) һәм гастрит ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланырға тәҡдим ителә. Ҡарағат ҡан тамырҙарына һәм ҡан барлыҡҡа килеүгә яҡшы тәьҫир итә – аҙ ҡанлылыҡтан һәм атеросклероздан һаҡлай. Быуынға тоҙ ултырыу, ревматизм ауырыуҙары менән яфаланғанда алыштырғыһыҙ дауа. Уның япрағы составына ингән фитонцидтар һалҡын тейеүҙән, грипп, бронхит, ангина, быума йүтәл сирҙәренән йүнәлергә ярҙам итә. Айырыуса ололарға йөрәк-ҡан тамырҙары, мейе эшмәкәрлеген яйға һалырға, күреү һәләтен һаҡларға мөмкинлек бирә. Ҡарағат япрағы дизентерия таяҡсаларын бөтөрә. Тибет медицинаһында ҡарағат япрағынан ҡайнатылған сәй лимфа биҙе туберкулезы, һыуыҡ тейгәндә, бәүел-енес системаһы ауырыуҙарынан дауаланғанда эсергә тәҡдим ителә. Бындай шифалы сәйҙе әҙерләү өсөн ике ҡалаҡ ваҡланған ҡарағат япрағына ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, 15-20 минут ултыртып ҡуйырға кәрәк. Ҡарағат һабаҡтары, төрлө емештәр, бөтнөк (мята), ҡурай еләге япрағы, ҡара бөрлөгән, йәсмин сәскәһе ҡушып һалырға мөмкин. Бындай сәй файҙалы ла, тәмле лә килеп сыға.
Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.