

Баҡса сәселде, үҫентеләр ултыртылды, хәҙер ҡый үләндәре һәм ҡоротҡос бәжәкәр менән көрәшә-көрәшә үҫтереп, йыйып алырға ғына ҡала.
Йәй көнө баҡсасыларҙы иң ныҡ аптыратҡан бөжәктәр – улар үрмәксе ауы талпаны (паутинный клещ) һәм аҡ ҡанатлы көйә (тлә-белокрылка) һанала. Химик препараттар ҡулланмай ғына был бәжәктәрҙән ҡотолоу юлдары бар икәнен күптәр белмәйҙер. Баҡтиһәң, был ҡоротҡостар һуған һәм һарымһаҡ яратмай икән. Бөжәктәрҙән ҡотолоу өсөн бына ошондай төнәтмә яһарға була: 200 гр һуған ҡабыҡтарын бер күнәк һыуға һалып, аҙна тирәһе ултыртып ҡуябыҙ ҙа, һабыҡтарҙы һөҙөп алабыҙ. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаға ике аш ҡалағы шыйыҡ һабын өҫтәп, пулверизатор ярҙамында үҫемлектәргә һиптереп сығабыҙ.
Һарымһаҡлы тшыйыҡса эшләр өсөн 200 гр ваҡланған һарымһаҡты 10 л һыуға һалып 1 сәғәт тирәһе ҡайнатабыҙ ҙа, һөҙөп алып 2 аш ҡалағы һабын ҡушып һиптереп сығырға була.
Ике ысул да тәжрибәле баҡсасылар менән һыналған.