Өс һан ярҙамында байып була, тиҙәр...

Уларҙы ҡағыҙға яҙып, янсыҡҡа һалһағыҙ, нисек байығанығыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ

Өс һан ярҙамында байып була, тиҙәр...Өс һан ярҙамында байып була, тиҙәр...
Өс һан ярҙамында байып була, тиҙәр...

Һандарҙың кеше тормошонда әһәмиәте ҙур. Кешенең тыуған көнө, йәшәгән өйөнөң, машинаһының номеры — барыһы ла ниндәйҙер йоғонто яһай.

Ә бит һандар энергияһынан файҙаланып та була! Мәҫәлән, 5 һаны байырға ярҙам итә икән. Йоҡонан торғас та уны күҙ алдына китерегеҙ.

8 – тылсымлы сан. Ул сикһеҙлек символы. Өс 8 һанын яҙып, аҡсағыҙ ятҡан урынға һалһағыз, аҡса бер ҡасан да бөтмәй имеш.

Ә бына иң күп аҡса килтерә торған һан — 128. Был һанда аҡса энергетикаһы көслө. Уны яҙып, янсыҡҡа һалһағыз, финанс именлеге, уңыш килеүен көт тә тор икән! Һәр хәлдә белгестәр шулай ышандыра...

Сығанаҡ: “Ҡыҙыл таң”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас