

Ҡуян үләнен (кислица обыкновенная) май-июнь айҙарында йыялар: япраҡтарын күләгәлә, асыҡ һауала киптерәләр. Киптерелгән япраҡтарҙы ҡағыҙ йәки сепрәк муҡсайҙарҙа бер йылға тиклем генә һаҡларға. Ҡайһы бер осраҡтарҙа үләндең тамырын да ҡулланалар, уны көҙөн ҡаҙып алып, өлөштәргә бүлеп киптерәләр.
Ҡуян үләненең япрағы аскорбин кислотаһы, каротин, В төркөмө витаминдарына, рутин, дуплау матдәләре, гликозидтар, ҡуҙғалаҡ, гәрәбә, алма һәм башҡа органик кислоталарға һәм уларҙың тоҙона бай. Был үҫемлектең ауыртыуҙы баҫа, ҡан ағыуын туҡтата, яраларҙы бөтәштерә, бабасыр (глист) төшөрә торған, бәүел һәм үт сығара торған тәьҫире бар. Халыҡ дауаһында ҡуян үләнен ангина, температура күтәрелгәндә, биҙгәк менән ауырығанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, атеросклероз, йөрәк неврозы, ауыҙ тиресәһе шешеүе (стоматит) һәм ауыҙҙан насар еҫ килгәндә, зәңге, ашағы килмәгәндә, ашҡаҙан эҫелеге юғары булғанда, үҙәк көйгәндә, ҡоҫоуҙан яфаланғанда, гастрит, ашҡаҙан яман шеше, гепатит һәм бауырҙың башҡа сирҙәренән, нефрит (бөйөр шешеүе), бәүел һәм үт ҡыуығы ауырыуҙарынан, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, мышаяҡ һәм терегөмөш менән ағыуланғанда, эренләгән яраларҙы һәм фурункулдарҙы дауалауҙа ҡулланалар.
Ағыуланыуҙан төнәтмә. 1 ҡалаҡ йәш ҡуян үләнен термосҡа һалып, өҫтөнә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөп алырға, һәр ике сәғәт һайын 50 мл күләмендә ҙур булмаған йотомдар менән эсергә.
Нефрит. 1 балғалаҡ киптерелгән ҡуян үләне япрағына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 2-3 сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә, дауаланыуҙы 4-5 көн дауам итергә. Был төнәтмә шулай уҡ гастрит, ашҡаҙан эҫелеге юғары булғанда, күрем мәлендәге һыҙланыуҙан ярҙам итә. Энурез булғанда көнөнә 6 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Биҙгәк, югары температуралы ангина. 20 г киптерелгән ҡуян үләне япрағына 1 стакан ҡайнар һөт ҡойоп, яй ғына утта 3-4 минут ҡайнатырға. Шунан ҡайнатманы термосҡа ҡойоп, ике сәғәт төнәтеп, һөҙөргә. Ҡайнатманы өс өлөшкә бүлеп ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Гельминтоз (паразит гельминттар тыуҙырған ауырыуҙар). Йәш ҡуян үләне япраҡтарын йыуып, ҡайнар һыу менән сайҡап, ит турағыс йәки блендер ярҙамында ваҡлап, һутын һығып алығыҙ, һутҡа 1:1 нисбәтендә һыу өҫтәп ҡойоп, ҡайнар хәлгә еткерергә. Көнөнә өс тапҡыр 1 ҡалаҡ эсергә, артынан бер балғалаҡ бал ашарға. Һутты бер аҙна эскәндән һуң, бер ай ял итергә һәм яңынан бер аҙна дауаланырға. Был рәүешле әҙерләнгән һутты ашҡаҙан яман шешен дауалау өсөн дә файҙаланырға була: 5 тамсы һутты үлән сәйенә тамыҙып көнөнә 4-5 тапҡыр эсергә, йә булмаһа ашаған мәлдә 5 мл һутты көнөнә өс тапҡыр эсергә була. Был рәүешле кәмендә 2 ай дауаланыу тәҡдим ителә.
Бауыр ауырыуҙары. 100 г киптерелгән ҡуян үләне япрағына 40 процентлыҡ 100 мл спирт ҡойоп, 5 тәүлеккә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Әҙер настойка-ны һөҙөп таҙартырға һәм ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә өс тапҡыр бер ҡалаҡ эсергә.
ИҪКӘРТЕҮ: ҡан шыйыҡ булғанда, подагра, артрит, тиҙ генә көҙән йыйырып барғанда, бөйөр һәм бауырҙың ҡаты ауырыуҙары, бөйөргә таш ултырғанда, шәхсән килешмәгән осраҡта ҡуян үләнен ҡулланыу тыйыла. Дауалана башларҙан алда табип менән кәңәшләшеү мөһим, ҡуян үләнен һәм унан эшләнгән дарыуҙарҙы артыҡ күп ҡулланыу бәүел сығарыу юлдары һәм бөйөрҙәргә насар тәьҫир итеүе ихтимал.
(“Киске Өфө”нән).