

Беҙҙең халҡыбыҙ борон-борондан тәбиғәткә яҡын. Шифалы үләндәрҙе яттан белеп, һәр ҡайһыһының файҙаһын күреп йәшәгән, шуға күрә рухи яҡтан да, физик йәһәттән дә ныҡлы булған. 7 төрлө үлән ҡушып сәй ҡайнатмаһа, башҡорт булмаҫ, тигәндәр.
Ҡәҙерле дуҫтар, әйҙәгеҙ, халҡыбыҙҙың ана шул ерле асылына боролайыҡ. Аяҡ аҫтыбыҙ туп-тулы шифа бит! Дарыухананан, магазиндарҙан теләһә ни алып эскәнсе, үҙебеҙҙең туған тупраҡтың энергетик көсөн, сихәтен, дауаһын алып ҡыуанайыҡ!
Боланут (Иван-чай) сәйен әҙерләүҙе иһә Бәйләнештә сайтында үҙем яратып алып барған Башҡорт ҡатын-ҡыҙы төркөмөнә яҙышҡан апайҙарҙан, тәжрибәле инәйҙәрҙән өйрәндем, һеҙгә лә тәҡдим итәм: июнь уртаһынан август уртаһына тиклем болануттың өҫкө 4-5 япрағын ғына йыялар ҙа, 5 см тирәһе ҡалынлыҡта йәйеп һалып, һулытып алалар, уны даими әйләндергеләп торалар. Япраҡтар йомшарғас, усҡа һалып, һуты сығырлыҡ итеп ыуалар. Япраҡты иҙгесләү кәрәкмәй. Төрнәктәрҙе ҡалайға (эмалле һауытҡа) һалалар ҙа, уларға теймәҫлек итеп ҡалын еүеш сепрәк менән ябалар. Япраҡ көрән төҫкә инә башлай, әммә күгәреүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Көрән төҫкә ингәс, төрнәктәрҙе ваҡлап, ҡыҙыу булмаған (60-100 градус тирәһе) духовкаға йә мейескә һалып, йыш ҡына әйләндергеләп киптерәләр. Ул бер нисә көндән көс йыйып бөтә һәм хуш еҫле, файҙалы сәй әҙер була! Ике йыл дауамында яраҡлы һанала. Болануттың файҙаһы тураһында яҙып бөтөрлөк түгел, ул хаҡта һеҙ интернеттан да, китаптарҙан да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА.
(“Киске Өфө”нән).