Мең дә бер кәңәш

Түбәндәге кәңәштәр йорт хужаларына ла, хужабикәләргә лә кәрәк булыуы ихтимал.

Мең дә бер кәңәшМең дә бер кәңәш
Мең дә бер кәңәш

* Тиҙ арала батарейка кәрәк булып һеҙҙә уларҙың бәләкәйҙәре генә бар икән, борсолмағыҙ. Әйтәйек, сәғәтегеҙгә бәләкәй батарейканы ике осона фольга йомарлап һалып ҡуйһағыҙ, ул эшләп китер.

* Асҡыстарығыҙ күп булыуҙан йыш ҡына буталһағыҙ, уларҙы төрлө төҫтәге тырнаҡ лагына буяғыҙ.

* Йомортҡаны ҡурғанда, ул таралмай ғына матур бешһен тиһәгеҙ, табаға тәүҙә түңәрәкләп ҡырҡылған һуған һалығыҙ. Ә һытылған йомортҡаны шуның эсенә төшөрөгөҙ һәм ҡурығыҙ.

* Ҡаҙау ҡатҡанда ҡулға һуғыуҙан ҡурҡһағыҙ, ҡаҙауҙы кер ҡыҫтырғыс менән тотоп тороғоҙ.

* Ноутбук ҡыҙып киттеме? Уны һыуытыу өсөн аҫтына картондан эшләнгән йомортҡа һауытын ҡуйығыҙ.

* Ҡулығыҙҙа, бармағығыҙға көнкүреш елеме (супер-клей) йәбешһә, хафаланмағыҙ. Уны һыулағыҙ һәм өҫтөнә тоҙ һибеҙ. Унан йәнә һыу һибегеҙ һәм бер минут тирәһе ышҡығыҙ.

* Банан тиҙ ҡараймаһын тиһәгеҙ, бер нисә банан ҡушылған осон скотч менән уратығыҙ.

* Стенаға бала маркер менән сыйып бөтһә, теш пастаһы ярҙамға килер.

* Бал шәкәрләнеп китһә, уны 1-2 минутҡа микроволновкаға ҡуйығыҙ.

* Ит турағысты таҙалауы еңелерәк булһын тиһәгеҙ, иттән һуң сей картуф үткәрегеҙ.

Читайте нас