Бөтә яңылыҡтар

Һуғанды ҡасан алырға?

Баҡсасылар һуңға ҡалмаҫҡа кәңәш итә.

Һуғанды ҡасан алырға?
Һуғанды ҡасан алырға?

Еләк-емеш йыйыуҙан туҡтап, яйлап йәшелсәләргә лә күсергә ваҡыт. Түтәлдәрҙә тәүгеләрҙән булып һуған өлгөрә. Һуғанды ваҡытынан алда алһаң, ул формалашмаған була, шуға ла төрлө ҡоротҡостар утеп кереп зыян килтерә. Һуңға ҡалған осраҡта, ҡабығы әрселә, тамыры үҫә. Был йәшелсәне оҙаҡ һаҡланмауына килтерә. Ябай ғына кәңәштәр ярҙамында һуған йыйыу ваҡытын билдәләп була.

1.Уның һабаҡтары һарғая, кибә һәм түтәлгә ята башлай. Ғәҙәттә, һуғанды июль аҙағынан алып август уртаһына тиклем алалар.

2. Математика ысулы менән дә һанап сығарырға мөмкин. Ултыртҡан көндән һуң һуған 68-83 көндә өлгөрә. Шулай уҡ йәйҙең нисек килеүенә лә иғтибар итергә кәрәк. Әгәр һыуыҡ булып, йыш ямғырҙар яуһа, һуғандың үҫеше оҙаҡҡараҡ һуҙыла, йыйып алыу ваҡыты ла күсерелә.

3.Һуғанды дөрөҫ йыйырға кәрәк. Ҡоро көндә алырға. Ҡояшта әйләндерә-әйләндерә киптерергә, еләҫ урынға күсереп бер-нисә көн тоторға. Әгәр һауа торошо яҡшы торһа, кипкәнсе түтәлдә ҡалдырырға ла мөмкин.  Һаҡларға ҡуйыр алдынан кипкән һуған тамырын һәм һабағын бер аҙ ҡалдырып ҡырҡығыҙ. Һуғанды яҡынса 0 градуслы ҡоро ерҙә, башҡа йәшелсәләрҙән йырағыраҡ урында һаҡларға кәңәш ителә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: