Бөтә яңылыҡтар

Кәбеҫтәгеҙҙе ҡарышлауыҡтар ашап бөтөп барамы?

Һеҙҙең өсөн эффектлы көрәш ысулы Ҡарап тормаһаң, ҡарышлауыҡтар кәбеҫтәне ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында юҡҡа сығарырға мөмкин. Былай булмаһын өсөн, бик ябай сара тәҡдим итәбеҙ (САЙТТА). Химияһыҙ ҙа ҡорттарҙы бөтөрөргә була. 

Әҙерлек:

  1. Эмаль күнәккә ҡайнар һыу ҡойорға, унда ярты литр көл өҫтәргә һәм яҡшылап болғатырға. Өҫтөн ҡаплап бер тәүлеккә ултыртырға.
  2. Ваҡыт үткәс ҡырылған 100 гр кер һабыны ҡушырға. Ҡалдыҡ һабындарҙы ла ҡулланырға була.
  3. Тағын ябып бер тәүлеккә ултыртып ҡуйырға.
  4. Тәүлек үткәс болғатып, һөҙөргә һәм кәбеҫтәне ҡойондорорға.
  5. Бындай эшкәртеүҙе ике тапҡыр үткәрергә. Бер тәүлек эсендә кәбеҫтәлә бер ҡарышлауыҡ та ҡалмаясаҡ.

Бына шундай ябай ысул!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: