Бөтә яңылыҡтар

Баҡсасыларға

Тоҙ, сода, гәрсис, кефир... ҡоротҡостарға ҡаршы?

Баҡсасыларға
Баҡсасыларға

Яҡшы уңыш алыр өсөн һәүәҫкәр баҡсасылар нимә генә уйлап тапмай. Ағыулы матдәләр түгел, ә тоҙ, ойоған һөт, сода, йод кеүек һәм башҡа ҡул осонда булған әйберҙәр ниндәй осраҡта ярҙам итә?

Тоҙ. Япраҡ ярғансы емеш ағасына тоҙло һыу һипһәгеҙ, бәшмәк ауырыуҙарына бирешмәҫ, һуғанығыҙ себенләмәҫ. Сөгөлдөр ҙә тоҙ ярата: 4-5 япрағы сыҡҡас һәм ҡаҙып алырға бер ай самаһы ҡалғас, 10 литр һыуға 100 грамм тоҙ һалып түтәлгә һибегеҙ.

Сода. Аш содаһы баҡсала бөтә йәһәттән файҙалы. Виноград бешә башлау менән 10 литр һыуға 75 грамм сода һалып, ботаҡтарҙы ҡойондороғоҙ. Был процедура сереүҙән һаҡлай, емештең шәкәрен арттыра. Ошондай уҡ иретмә менән бөтә емеш ағасын эшкәртһәгеҙ, уларҙы япраҡ ашаусы ҡарышлауыҡтарҙан һаҡларһығыҙ. Сода - онло ысыҡ тип аталған үҫемлек ауырыуынан да яҡшы сара. Бер балғалаҡ соданы 1 литр һыуҙа иретеп, ҡыяр түтәленә һипһәгеҙ, япрағы иртә һарғаймаҫ. 1 ҡалаҡ сода, 1 таблетка аспирин, 1 балғалаҡ һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса йәки шыйыҡ һабын, 1 ҡалаҡ үҫемлек майын 4,5 литр һыуға һалып һипһәгеҙ, ҡарағат, крыжовникты зыян итеүселәрҙән һаҡларһығыҙ. Шулай уҡ содалы һыу кәбеҫтә ҡарышлауығын иҫкәртә. Сәсер алдынан орлоҡто сода һалынған төнәтмәлә эшкәртеп алһағыҙ, тағы ла яҡшы булыр.

Гәрсис. Ҡоротҡостарҙың күбеһе гәрсис яратмай. Төрлө пестицидтарға ҡаршы булһағыҙ, уны һәр ваҡыт ҡул аҫтында тотоғоҙ. Кәбеҫтә, боросоғоҙҙо лайлалы ҡусҡарҙан һаҡлау өсөн улар араһына һибеп сығығыҙ. Гәрсисле төнәтмә кебләне, төрлө ҡарышлауыҡтарҙы ла иҫкәртә. Уны эшләү өсөн 10 литр һыуға 100 грамм гәрсис һалып, ике көн төнәтегеҙ ҙә, һөҙөп, 50:50 нисбәтендә һыу өҫтәп, һәр күнәккә 40 грамм һабын һалығыҙ һәм алма ағасы сәскә атып, 15-20 көн үткәс, ә еләк ҡыуаҡтарына йәй башында һибегеҙ.

Кефир йәки эркет һыуы. Әсе һөт продукттары бактериялары үҫемлеккә зыян итмәй генә бәшмәк ауырыуҙарын юҡ итә. Ҡыяр япрағы иртә һарғаймаһын өсөн бер күнәк һыуға ике литр кефир һалып һибегеҙ. Ошондай уҡ һыу менән крыжовниктағы ысыҡ онон бөтөрөргә мөмкин. Фитофторҙы иҫкәртеү өсөн 10 литр һыуға ярты литр кефир, 1 стакан пепси йәки кока-кола ҡушып, помидорға һибегеҙ. Бер күнәк һыуға 1 литр кефир һалып ҡойоу ҙа яҡшы ашлама була. Кефир урынына эркет тә ярай.

Сүпрә. Сүпрә үҫемлектәрҙең үҫешен яҡшырта. Ул туҡлыҡлы матдәләргә бай, тупраҡтың микрофлораһын яҡшырта, сир барлыҡҡа килтергән микроорганизмдарҙы юҡ итә. Ул бөтә культура өсөн дә яҡшы ашлама. Уны түбәндәгесә әҙерләргә: 1 килограмм пресланған сүпрәне 5 литр һыуҙа ебетергә лә һибер алдынан 1 литр әсеткене 10 литр һыуға ҡушып, түтәлгә һибергә. Ашламаны ҡоро сүпрәнән дә эшләргә мөмкин: 10 литр һыуға 10 грамм сүпрә, 2 ҡалаҡ шәкәр һалып, ике сәғәткә ултыртығыҙ. Аҙаҡ уны 1:5 нисбәтендә һыу һалып ҡойоғоҙ. Картуф, помидор, баклажан, боросҡа ла әсетке бик һәйбәт тәьҫир итә. Үрсетмә өсөн дә сүпрәнең файҙаһы ҙур: буйға үҫмәй, ергә ултыртҡанда тамыры ныҡ була. Сәскә атыр алдынан еләккә 10 литр һыуға 100 грамм сүпрә һалынған иретмә һипһәң, еләк серемәй. Помидорҙы ла фитофторҙан һаҡлай. Сүпрә калийҙы "йота", шуға күрә тупраҡҡа көл индерергә онотмағыҙ.

Һөт. Ҡыярҙағы онло ысыҡты түбәндәгесә юҡ итергә мөмкин: 9 литр һыуға 1 литр майһыҙ һөт, 10-12 тамсы йод һалып һибегеҙ. 10 литр һыуға 20 грамм кер һабыны, 1 литр һөт, 30 тамсы йод һалынған иретмәне ҡойоп, ҡыяр япрағын алдан һарғайыуҙан һаҡларға була. Ойоған һөт үрҙә атап кителгән ысулдарҙа кефир йәки эркетте алмаштыра.

Кока-кола йәки пепси. Пепси йәки кока-кола һәм кефир ҡушылған һыу помидор үрсетмәһе өсөн яҡшы. Уны ҙур булмаған һауытҡа ҡойоп, баҡсаға ултыртһағыҙ, лайлалы ҡусҡар өсөн һәйбәт алдатҡыс булыр. Кеблә һәм бетте бөтөрөү өсөн дә ҡулланығыҙ.

("Киске Өфө"нән)

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: