Бөтә яңылыҡтар

Август айына баҡса эштәре

Арбаны ҡыштан, сананы йәйҙән әҙерлә тигән кеүек, сәскәләр яратыусыларға ла август айында баҡсала ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрөп китәбеҙ: Август айында күп йыллыҡ сәскәләрҙе бүлеп, күсереп ултыртырға була. Киләһе йәй улар шаулап сәскә атып ҡыуандырыр.

Август айына баҡса эштәре
Август айына баҡса эштәре

Арбаны ҡыштан, сананы йәйҙән әҙерлә тигән кеүек, сәскәләр яратыусыларға ла август айында баҡсала ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрөп китәбеҙ:

Август айында күп йыллыҡ сәскәләрҙе бүлеп, күсереп ултыртырға була. Киләһе йәй улар шаулап сәскә атып ҡыуандырыр.

Һуғанбашлы сәскәләрҙән лилиә, гиацинт, нәркәстәрҙе айырып күсереп ултыртабыҙ. Гиацинт һуғанбашын 15 см, нәркәстәрҙе һуғанбаштың өс буйы оҙонлоҡта, лилиәнең иртә сәскә атҡан сорттарын 15 см, эре сәскәлеләрен көрәк тәрәнлегендә ултыртабыҙ.

Шулай уҡ август астильба, ирис, пион, флокс, хоста, дельфиниум, аквилегия һәм клематис кеүек күп йыллыҡ сәскә ҡыуаҡтарын, үҫентеләрен айырып ултыртыр өсөн уңайлы мәл.

Тағы ла был айҙа шток-роза (мальва), рудбекия, ромашка, маргаритка, ҡыңғырау сәскә һәм ҡытай ҡәнәферҙәре кеүек ике йыллыҡ һәм күп йыллыҡ сәскәләрҙе сәсеп ҡалдырырға була. Был сәскәләр киләһе йәйгә баҡсағыҙҙы сағыу төҫтәр менән биҙәр. Тик ныҡ эҫе көндәрҙә сәскәләрҙе айырып ултыртыу һәм сәсеү менән булышмай тороғоҙ, был эштәрҙе һалҡынсараҡ, болотлораҡ көндәрҙә башҡарыу отошло булыр.







Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: