Бөтә яңылыҡтар

Башты ҡайһы тарафҡа һалып йоҡларға

Ерҙең магнит яланы төньяҡтан көньяҡҡа хәрәкәт итә, ә кешенеке - баштан - аяҡҡа

Башты ҡайһы тарафҡа һалып йоҡларға
Башты ҡайһы тарафҡа һалып йоҡларға

Башығыҙҙы төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыштан башҡа теләһә ҡайһы йүнәлештә һалып йоҡлағыҙ.

Был хаҡта Блект Рами үҙенең "Три энергии. Забытые каноны здоровья и гармонии" китабында яҙа. "Беҙ ғүмер дауамында бик күп энергияларҙың һәм ҡырҙарҙың йоғонтоһонда йәшәйбеҙ, - ти ул, - ҡояш энергияһы, Ерҙең магнит яланы, Айҙың гравитация яланы, ҡояштағы магнит дауылы - былар барыһы ла үҙенең йоғонтоһон яһай. Кеше тәне лә Ер кеүек үк, магнит характеристикаһына эйә. Ерҙең магнит яланы төньяҡтан көньяҡҡа хәрәкәт итә, ә кешенеке - баштан - аяҡҡа. Шуға күрә, әгәр кеше башын төньяҡҡа һалып йоҡлай икән, уның магнит яланы Ерҙең магнит яланы менән ҡаплана һәм был ҡан әйләнешендә тотҡарлыҡтар яһай, йөрәк тиҙ тибә башлай, дөйөм торош насарая.

Бер-береһенә төньяҡ полюстары менән яҡын килтерелгән магниттарҙы хәтерләйһегеҙме? Улар әйләнә башлай, сөнки бер торошта тора алмайҙар. Ә хәҙер күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: башын төньяҡҡа һалып йоҡлаған кеше таң атыуға үҙен нисек тойорға тейеш? Ул йоҡлаһа ла үҙен көс-дәрте ташып барған, ял иткән итеп тоймаясаҡ. Әгәр кире йүнәлештә, йәғни башыңды көньяҡҡа һалып йоҡлағанда, магнит яланы дөрөҫ тәьҫир итә һәм кеше үҙен көс-ҡеәүте артып барғандай тоясаҡ. Башты көнбайышҡа йәки көнсығышҡа табан һалып йоҡларға мөмкин, тип иҫәпләнә".

Читайте нас: