Бөтә яңылыҡтар

Еләге лә еләге!

Баҡса еләге ултыртылғандың өсөнсө йылына иң юғары уңыш бирә. Ошонан һуң еләктәр йылдан-йыл аҙыраҡ, вағыраҡ була бара, тупраҡ та ярлылана.

Еләге лә еләге!
Еләге лә еләге!

4-5 йыл һайын еләк түтәлдәрен яңы урынға күсереү дөрөҫ һанала. Әгәр ҙә баҡса ерегеҙ тар һәм еләкте башҡа урынға күсереп ултыртыу мөмкин түгел икән, еләк үҫентеләрен йәшәртергә була. Бының өсөн яңы үҫенте һатып алыу ҙа кәрәкмәй. Еләк түтәлен яҡшылап ҡарап сығығыҙ. Иң көслө, мул уңыш биргән йәки тәме буйынса үҙегеҙгә нығыраҡ оҡшаған төптәрҙе билдәләп ҡуйығыҙ. Әгәр ҙә төймәләнгән еләктәрен дә өҙөп ташлаһағыҙ, үҫемлек бар көсөн мыйыҡ ебәреүгә һаласаҡ, ә һеҙ күсереп ултырытыу өсөн бынамын тигән материал аласаҡһығыҙ. Яңы төптәрҙе күсереп ултыртҡанда тупрағы менән ҡаҙып алығыҙ, был осраҡта еләк тамыры артыҡ зыян күрмәй һәм ул икенсе йылына уҡ яҡшы уңыш бирәсәк. Кәрәкмәгән мыйыҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ, юғиһә плантация ҡуйырасаҡ, еләктәр вағаясаҡ.

Еләк ултыртыу өсөн тигеҙ урын һайлағыҙ. Рәттәр араһында 60-70 см, ә үҫентеләр араһында 15-20 см ара ҡалһын. Тупраҡ өҫтөнә торф, янған тиҙәк, ҡара полиэтилен пленка, һалам түшәһәгеҙ, үҫемлектәр яҡшы ҡышлаясаҡ, яҙын дымды күп юғалтмаясаҡ.

Еләкте башлап ҡына ултыртһағыҙ, бер нисә сортты һайлағыҙ. Уларҙың ҡайһылары һеҙҙең ерегеҙҙә яҡшыраҡ үҫеүен төшөнөү өсөн кәрәк был. Һуңынан үҙегеҙгә оҡшаған 3-4 сортты ҡалдырырһығыҙ. Еләк ултыртыуҙы кисен башҡарығыҙ, ямғыр яуып торған мәл булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Баҡсала бер юлы ябай баҡса еләге лә, ремонтант сорт та булһын. Тәүгеһе уңышты июнь-июлдә бирә. Икенсеһе йылына ике тапҡыр уңыш бирә. Ултыртҡандан һуң еләккә туйындырғансы һыу һибегеҙ.

Туҡландырыуға килгәндә, ғәҙәттә, еләккә ашлама индермәйҙәр. Алдан еләк ултыртыласаҡ тупраҡҡа серегән тиҙәк һалыу һәйбәтерәк буласаҡ.

Әйткәндәй, буш ерҙәргә үлән урынына еләк ултыртырға була. Уға артыҡ тәрбиә кәрәкмәй, бары тик иҫкергән төптәрҙе алып ташларға ғына кәрәк. Ҡояшлы ерҙә ваҡ булһа ла, еләге лә була. Йәғни, йәшеллек тә ҡыуандырыр, йәй буйы еләк тә ашарһығыҙ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: