Бөтә яңылыҡтар

Теплицаны ҡышҡа әҙерләйбеҙ

Көҙҙән теплицаларҙы яҡшылап таҙартып, тупрағын яҙғылыҡҡа әҙерләп ҡуйһағыҙ мул уңыш аласаҡһығыҙ. 

Теплицаны ҡышҡа әҙерләйбеҙ
Теплицаны ҡышҡа әҙерләйбеҙ

Иң тәүҙә кер һабыны эретмәһе менән теплица эсен йыуып сығабыҙ. Щетка һәм ҡаты абразив материалдар ҡулланмағыҙ, поликорбанатты сыйып, һындырып ҡуйыуығыҙ бар. Теплицалағы тупраҡты ла эшкәртергә онотмайбыҙ. Яҡшылап ҡаҙып, йомшартҡас фунгицидттар ҡулланабыҙ (еҙ купоросы - 100 г 10 л һыуға, 3% бордосс шыйыҡсаһы, булмаһа фитоспорин ҡулланырға ла була). Фунгицидттарҙы һауа температураһы +10 градустан кәм булмаған осраҡта ғына ҡулланыу отошло. Шулай уҡ тупраҡты зарарһыҙландырыу өсөн ҡайнар һыу һибеп сыҡһағыҙ ҙа була. Һыу һипкәндән һуң 2-3 көнгә полиэтилен менән ҡапларға кәрәк.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: