Бөтә яңылыҡтар

Ғүмерҙе оҙайтыусы сәй

Йәшел сәйҙәге күп һанлы матдәләр бөгөн дә ғалимдарҙы ҡыҙыҡһындыра

Ғүмерҙе оҙайтыусы сәй
Ғүмерҙе оҙайтыусы сәй

Яҡынса ХIII быуатта йәшәгән Эй Сай исемле япон монахы “Сәй эсеп сәләмәт булыу” тигән трактат яҙып ҡалдырған. Унда ул йәшел сәйҙең файҙаһын һанап күрһәтә һәм уны “ғүмерҙе оҙайтыусы бер мөғжизә” тип атай.

Йәшел сәйҙәге күп һанлы матдәләр бөгөн дә ғалимдарҙы ҡыҙыҡһындыра. Уның составындағы полифенол ракты булдырмай икән. Ғалимдар быны бер нисә тапҡыр раҫланы инде. Был эсемлек каротин, С һәм Е витаминдары, селен һәм магнийға ла бай. Быларҙың барыһы ла организмдағы күҙәнәктәрҙең ҡартайыуын, яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлай.

Йәшел сәйҙе башлыса Ҡытай, Индонезия, Һиндостан, Шри Ланкала һәм Японияла үҫтерәләр. Уның ботаҡтары бик күп була, ә бейеклеге 10 метрға етергә мөмкин. Ләкин ботаҡтарын гел ҡырҡып торғанға күрә, ғәҙәттә, бейеклеге бер метрҙан артмай. Сәй япраҡтарын йыйып алғандан һуң, парҙа тоталар һәм төрөп киптерәләр. Уларҙы бындай ысул менән эшкәртеү сәйҙең йәшел төҫөн һаҡлай. Эсемлек шулай уҡ төрлө бактерия һәм грипп вирустарын юҡ итә, ауыр металл һәм алкалоидтарҙың тәьҫирен кәметә, арығанды һәм йоҡо килеүҙе бөтөрә. Ул депрессияға ҡаршы сара булараҡ та файҙалы. Баш ауыртыуын һәм өлкәндәрҙә йыш күҙәтелә торған ҡан әйләнеше боҙолоуын дауалай, иғтибарлылыҡты арттыра, бауырға ла файҙаһы бар.

Читайте нас: