Бөтә яңылыҡтар

Петунияларҙы ҡыҡшылыҡҡа ҡалдырабыҙ

Яҙғыһын петунияны ваҡ ҡына орлоҡтан үҫтереп аптыранмаҫ өсөн быйылғы матур сорттарын ҡышҡылыҡҡа һаҡларға була. Бының өсөн ике шәп ысул бар

Петунияларҙы ҡыҡшылыҡҡа ҡалдырабыҙ
Петунияларҙы ҡыҡшылыҡҡа ҡалдырабыҙ

Үҙегеҙгә оҡшаған, киләһе йылда ла үҫтерергә теләгән петунияларҙы тамыры менән ҡаҙып алып, өйҙә ҡышлатырға мөмкин. Бының өсөн 2.5-3 л гөл һауыты, яҡшы тупраҡ әҙерләргә кәрәк буласаҡ. Петунияны тамырҙарын уратҡан тупрағы менән бергә ҡаҙып алып һауытҡа күсерәбеҙ. Һауыттың төбөнә мотлаҡ дренаж һалып ҡалдырығыҙ. Сәскәнең оҙонораҡ ботаҡтарын 10-15 см ҡыҫҡартығыҙ.

Әгәр ҙә петунияларығыҙ йәйгеһен дә гөл һауыттарында үҫкән булһа, яңынан күсерергә кәрәкмәй, тик ҡыҫҡартығыҙ ғына. Ҡыш уртаһында өҫкө өлөшөндәге тупрағын ғына алыштрырһығыҙ.

Петунияларҙы яҡты һәм һалҡынса урында һаҡларға кәрәк. Айына ике-өс тапҡыр һыу һибеү мотлаҡ. Февраль айында тәҙрә төптәренә сығарып, ашландырып алһағыҙ, тиҙҙән сәскә бөрөләре лә күренер. Ботаҡларын ҡырҡып алып тамырландырырға була.

Икенсе ысул буйынса көҙгөһөн оҡшаған сәскәнеп ботаҡтарын тамырландырып була. Бының өсөн 10-12 см оҙонлоҡтағы ботаҡтаралабыҙ, аҫҡы япраҡтарын ҡырҡҡас, тәүҙә йылымыс һыуға, аҙаҡтан корневин порошогына манып уңдырышлы тупраҡҡа мини парникка ултыртабыҙ. Ваҡыты ваҡыты менән елләтеп торорға, һыу һибергә генә ҡала.

Үҫентеләр ҙурайып урын тарайһа, һәр береһен айырым һауыттарға ултыртып сығырға була. Баштарын ҡырҡып сыҡҡан осраҡта үҫентеләрегеҙ ҡуйы, ҡупшы булып үҫер. Май айында сәскә атып ултырған ҡупшы петунияларҙы тышҡа сығарып утырта аласаҡһығыҙ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: