Бөтә яңылыҡтар

Емеш ағастарына ярҙам итәбеҙ

Емеш ағастарының олоно ярылғандан шәп ысул бар.

Емеш ағастарына ярҙам итәбеҙ
Емеш ағастарына ярҙам итәбеҙ

 

Әгәр ҙә баҡсағыҙҙағы алма, груша һәм слива ағастарының ҡабығтары ярылыуы күҙәтелһә, 5 л һыуға 2 көрәк балсыҡ, 0.5 кг эзбиҙ, 1 бәләкәй һауыт канцелярия елеме, ярты ҡап дегет һабыны (ҡырғыстан үткәрелгән), 6 мл Эпин (биостимулятор) йәки ике төймә Гетероауксина һәм бер ҡап Хорус йәки Оксихом фунгициды ҡушып болғатабыҙ.

Яҡшылап болғатҡас ағастарҙың олондарын буяп сығығыҙ, айырыуса ярылып торған өлөштәренә ҙур иғтибар бүлегеҙ. Ошолай иткәндә емеш ағастарының олондары тиҙ генә шәбәйер, яңы ҡайыр менән ҡапланыр. Төрлө ҡоротҡос бөжәктәр ҙә зыян килтерә алмаҫ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: