Бөтә яңылыҡтар

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Баҡсасы кәңәштәре Ҡырау һуҡҡас төбөнән 10-15 см ҡалдырып киҫәһегеҙ. 2-3 көндән ҡаҙып алаһығыҙ. Тик һауа торошон ҡарағыҙ башта. Шул 2-3 көн эсендә тағын ҡырауҙар көтөлһә ерҙә ҡалдырмағыҙ. Аяҙ көндө ҡаҙырға яҡшы. Иртән ҡаҙып көнө буйы урамда киптерергә була. Ваҡ тамырҙарынан, иҫке бәрәңгеләренән таҙартығыҙ. Бәрәңгеләрендә таптар булһа, 30 минут алһыу төҫтәге марганцовкалы һыуҙа тотоп алыуығыҙ яҡшы. Инфекция таралмаһын өсөн. Унан киптерергә ҡуйығыҙ. Ҙур ҡара таптар бар икән шул тирәһен киҫеп алығыҙ һәм яраһына зеленка һөртөгөҙ. Опилкаға, ҡомға күмеп һаҡлаһаң яҡшы була. Тик һабағын күммәгеҙ. Һаҡлай торған урында 2-6 градус йылы һәм 60-70 % дымлылыҡ булырға тейеш.

Ҡырау һуҡҡас төбөнән 10-15 см ҡалдырып киҫәһегеҙ. 2-3 көндән ҡаҙып алаһығыҙ. Тик һауа торошон ҡарағыҙ башта. Шул 2-3 көн эсендә тағын ҡырауҙар көтөлһә ерҙә ҡалдырмағыҙ. Аяҙ көндө ҡаҙырға яҡшы. Иртән ҡаҙып көнө буйы урамда киптерергә була. Ваҡ тамырҙарынан, иҫке бәрәңгеләренән таҙартығыҙ. Бәрәңгеләрендә таптар булһа, 30 минут алһыу төҫтәге марганцовкалы һыуҙа тотоп алыуығыҙ яҡшы. Инфекция таралмаһын өсөн. Унан киптерергә ҡуйығыҙ. Ҙур ҡара таптар бар икән шул тирәһен киҫеп алығыҙ һәм яраһына зеленка һөртөгөҙ. Опилкаға, ҡомға күмеп һаҡлаһаң яҡшы була. Тик һабағын күммәгеҙ. Һаҡлай торған урында 2-6 градус йылы һәм 60-70 % дымлылыҡ булырға тейеш.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: