Бөтә яңылыҡтар

Нисек итеп көслө иммунитетҡа эйә булырға?

Иммунитетты нығытыуҙың ете ысулы

Нисек итеп көслө иммунитетҡа эйә булырға?
Нисек итеп көслө иммунитетҡа эйә булырға?
  • 300 г балға 500 г ваҡланған грек сәтләүеге, 3 лимондың һәм алоэның 100 мл һутын һығып ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1 балғалаҡ ашарға.
  • 100 г инжир емешенә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 15 минут ҡайнатырға. 2-3 сәғәт төнәтеп, һөҙөп алырға һәм 100 мл күләмендә көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан эсергә.
  • 1 ҡалаҡ мүк еләген иҙеп, шәкәр өҫтәп, 200 мл ҡайнар һыу ҡойорға йә ҡара сәй яһарға. Мүк еләгенән эшләнгән сәй һыуһынды яҡшы ҡандыра, организмды тонуста тоторға ярҙам итә, арыуҙы бөтөрә, күңелде күтәрә.
  • Ике ус ҡарағат япрағына 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 2-3 минут тоторға һәм һөҙөп алырға. Шунан сәй итеп эсергә. Ҡарағат япраҡтарының сәйе арыуҙы бөтөрә, организмдан шлактарҙы сығара.
  • 100 г фундукты еңелсә ҡыҙҙырып, тартырға. Өҫтөнә 500 мл ҡайнаған һөт ҡойоп, 2 ҡалаҡ бал һәм семтем ваниль онтағы ҡушып, 15 минут тирәһе ваҡыты-ваҡыты менән болғап һыуытырға. Көн дауамында әҙләп кенә уртлап эсеп йөрөргә.
  • 2 ҡалаҡ киптерелгән мәрүәр емешенә 500 мл эҫе һыу ҡойоп, 10-15 минут тирәһе талғын утта ҡайнатырға, һөҙөп алырға. Емештәрҙе бер аҙ йомшартып, тағы ла 500 мл һыу өҫтәп ҡуйып, 5-10 минут ҡайнатып, һөҙөргә, артыҡ һыуын һығып алырға. Шунан ике ҡайнатма һыуын бергә ҡушып, өс ҡалаҡ шәкәр, саҡ ҡына лимон кислотаһы һалып, әҙер булғансы ҡайнатырға. Ҡайнатманы көнөнә бер нисә тапҡыр стакандың өстән бер өлөшө йә ярты стакан күләмендә ҡойоп эсергә кәрәк. Ә һөҙөп алынған мәрүәр емештәренән бәлеш бешерергә мөмкин.
  • 300 г аҡ май менән 600 г балды һыу эсенә ултыртып иретергә, өҫтөнә ике ҡәһүә сынаяғы тартылған гөлйемеш, бер ҡәһүә сынаяғы төйөлгән һары мәтрүшкә сәскәһе һәм ошо уҡ күләмдә меңьяпраҡ һалып, ағас ҡалаҡ менән яҡшылап болғатырға, һыуыҡ үтеүҙән һәм бронхиттан дауаланғанда сәғәт һайын 1-2 балғалаҡ ашарға. Имунитетты нығытыу өсөн ашарҙан алда 1 ҡалаҡ ҡулланырға кәрәк.

  Ҡыҙыл яран сәскәһенең яңы өҙөлгән 20 япрағын ваҡлап турарға, 20 бөртөк миндалде төйөргә һәм 4 лимонды ҡабығын әрсемәй тартырға. Килеп сыҡҡан массаға 1 ҡалаҡ им-бир онтағы, 15 г валерьян дарыуы, 15 г энәлек дарыуы һәм бал ҡушып яҡшылап болғатып, банкаға һалырға. Был ҡатышманы иртәнге аштан ярты сәғәт алда 1 ҡалаҡ ашарға, һыуытҡыста һаҡлап тоторға кәрәк.

Читайте нас: