Бөтә яңылыҡтар

Кишер менән ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ҡасан йыйып алырға?

Кемдәрҙер ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ҡырау төшкәнсе алырға, ә кишер һалҡындарғаса ҡалһа ла ярай тиҙәр. 

Кишер менән ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ҡасан йыйып алырға?
Кишер менән ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ҡасан йыйып алырға?

 

Йыл артыҡ ямғырлы булмаһа был йәшелсәләрҙе сентябрҙең икенсе яртыһынан октябргәсә, көндөҙ +6 градус тирәһе йылы булғанда ҡаҙып алһаң яҡшыраҡ һаҡлана.

Ҡаҙып алғас түтәлдә 2-3 сәғәт елләткәндән һуң, һабаҡтарынан арындырып, ҡараңғы һалҡын урында аҙна тирәһе һалып ҡуйырға кәрәк.

Шулай иткәндә, йәшелсәләр серемәй, төрлө ауырыуҙарға бирешмәй яҡшы һаҡлана.

Үҫтергән йәшелсәләрегеҙҙе теүәллектә ашарға яҙһын!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: