Бөтә яңылыҡтар

Ҡышҡылыҡҡа ниндәй культуралар сәсергә була?

Баҡса эштәре тамамланды тип әйтергә ашыҡмай тороғоҙ. Ныҡлы ҡырауҙар башланғансы һыуыҡҡа бирешмәүсән йәшелсәләрҙе сәсеп, иртә уңыш алыу мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Ғәҙәттә күберәк сәскәләрҙе көҙгөлөккә сәсеп ҡалдыралар. Ә шулай ҙа бер нисә төр йәшелсәләрҙе лә көҙҙән сәсеп отасаҡһығыҙ.

Ҡышҡылыҡҡа ниндәй культуралар сәсергә була?
Ҡышҡылыҡҡа ниндәй культуралар сәсергә була?

Бер яҡтан яҙғыһын эш күп саҡта баҡсаға ваҡыт күп сарыф итмәйһегеҙ, икенсе яҡтан 2-3 аҙнаға алданыраҡ уңыш аласаҡһығыҙ. Әгәр яраҡлылығы бөтөп барған орлоҡтарығыҙ булһа, уларҙы ла быйыл тотоноп ҡуя алаһығыҙ. Йәшелсәләр һәм йәшеллек үләндәр һыуыҡҡа сынығып, яҙғыһын көндәр йылыныу менән дәррәү генә шытасаҡ.  

Ҡышҡылыҡҡа түбәндәге культураларҙы сәсергә була:

һарымһаҡ;

һуған;

әнис (укроп);

петрушка;

кишер;

ҡуҙғалаҡ;

пастернак.

Тик түтәлдәрегеҙҙә һыҙаттарҙы ныҡ тәрән итеп һыҙмағыҙ, орлоҡ ҡар һыуы менән тәрәнгә төшөп китеүе ихтимал. Баҡсаларығыҙ ишелеп уңһын!


Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: