Бөтә яңылыҡтар

Мең дә бер кәңәш

Түбәндәге ябай ғына кәңәштәр һеҙгә көндәлек тормошоғоҙҙа файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ.

Мең дә бер кәңәш
Мең дә бер кәңәш

– Күптәр картуф ҡабығын сүп һауытына ырғыта. Ә йыйып, киптереп, мейескә йәки каминға яҡҡанда, торбаға ултырған ҡоромдо бөтөрөргә була.

– Ҡапҡасы ябыҡ тороп еҫләнгән банканы бер ҡалаҡ горчица һалынған йылы һыу менән йыуығыҙ.

– Диванда, балаҫта ҡалған бесәй йөнөн еүеш перчатка ярҙамында һөртөп таҙартырға була.

– Ишек йоҙағы асылмай интектерһә, уны графит менән майлағыҙ. Бының өсөн «М» маркалы ҡәләм яҡшы.

– Таҙартылмаған көнбағыш майы алһағыҙ, һәр ваҡыт шешәнең төбөн тикшерегеҙ. Төбөнә аҡ төпрә ултырһа, ул әсей башлаған була.

– Зәйтүн майын ҡараңғы урында, шкафта һаҡлайҙар.

– Лимон янында һаҡланған емештәр боҙолмай оҙаҡ һаҡлана.

– Картуфығыҙ шытмаһын тиһәгеҙ, тоҡ эсенә алма һалығыҙ.

Читайте нас: