Силикон һауыттар духовкала, микротулҡынлы мейестә ризыҡ әҙерләү өсөн яҡшы. Уны һыуытҡысҡа, туңдырғысҡа ҡуйырға ла мөмкин. Силикон сәләмәтлеккә зыянлы түгел, зарарлы матдәләр бүлеп сығармай. Ундай һауытта бәлештәр тиҙ бешә.
Заманса материалдан эшләнгән был формаларҙы магазиндан һатып алғас та йылы һыуҙа йыуырға һәм үҫемлек майы менән майлап ҡуйырға кәрәк. Һуңынан майһыҙ ҙа бешерә алаһығыҙ.
Уны тимер щетка менән ышҡырға ярамай. Һауыт-һаба йыуыу өсөн махсус шыйыҡсалар, гелдәр менән генә йыуырға кәрәк. Бик бысраған һауыттарҙы лимон кислотаһы тиҙ таҙарта. Лимон кислотаһы һалынған йылымыс һыуҙа 15-20 минут тоторға кәрәк. Сода эретмәһенә лә һалырға була.
Һатыуҙа силикондың ялған төрҙәре лә күп. Шуға ла бәлеш, кекс бешереү өсөн һауыт һатып алырға теләйһегеҙ икән, уның маркировкаһында тауарҙың сифатҡа ярашлы итеп эшләнеүе тураһында «СЕ» һәм «FDA» яҙыуҙары булыуын ҡарағыҙ.