Бөтә яңылыҡтар

Һуғанды һәм һарымһаҡты нисек оҙаҡ һаҡларға?

Мул уңыш йыйып алған баҡсасы, йәшелсәне ҡышын нисек һаҡларға, тип баш вата

Һуғанды һәм һарымһаҡты нисек оҙаҡ һаҡларға?
Һуғанды һәм һарымһаҡты нисек оҙаҡ һаҡларға?

Һуған һәм һарымһаҡ яҙға тиклем һаҡланһын тиһәгеҙ, уларҙың сорттарын дөрөҫ һайлағыҙ. Һаҡлау өсөн әсе һуған һәм эфир майҙары күп булған яҙғы һарымһаҡ кәңәш ителә. Уларҙы түтәлдән йыйып алғас, оҙаҡ итеп киптерергә кәрәк. Һуғанды ағас тартмаларҙа һәм үреп һаҡларға мөмкин. Һарымһаҡты парафинлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн сеткаға тултырылған һарымһаҡты 2– 3 секундҡа иретелгән парафинға тығып алырға кәрәк. Һыуынғас, киндер ҡапсыҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуялар. Шулай уҡ һарымһаҡты быяла банкаларға он менән бутап тултырырға ла була. Һуғанды – 1-2 йәки 18-22 градус, ә һарымһаҡты 1-3 градус йылылыҡта һаҡларға мөмкин.

Читайте нас: