Бөтә яңылыҡтар

Раузаларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ

Беҙҙең ерлектә ҡыш һыуыҡ, ҡарлы була. Раузаларығыҙ йәй әйләнәһенә сәскәләре менән ҡыуандырып торһон тиһәгеҙ, көҙгөһөн уларҙы яҡшылап тәрбиәләп, һыуыҡтарға әҙерләргә кәрәк.

Иң беренсе япраҡтарынан арындырығыҙ, улар көндәр бер йылытып, йә бер һыуытҡан ваҡытта сереп төрлө ауырыуҙар сәбәпсеһе булалар.

Төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлар өсөн рауза үҫентеләрен тимер купоросының 3%-лы эретмәһе йәки “Максим” препаратын һиптереп сығығыҙ. Ошолай иткәндә төрлө бәшмәк ауырыуҙары ҡурҡынысы булмаҫ.

Раузаларҙың ботаҡтарын ипләп кенә ергә әйештереп бер нисәүһен бергә синтетик еп менән бәйләгәс, тимер сыбыҡ менән нығытып ҡуйығыҙ. Был эште сәскәнең ботаҡтарын һындырмаҫ өсөн бер нисә этапта эшләр кәрәк булыр.

Артабан бысҡы онтағы (опилки), янған тиреҫ менән күмеп ҡуйырға була.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: