Бөтә яңылыҡтар

Иртәнсәк нимә ашау файҙалы?

Емеш-еләк яратыусылар иртәләрен тәмле лә, файҙалы ла смузинан башлай ала. Смузи -  ул емеш-еләк йәки йәшелсәләр, сәтләүек һәм кефир, йәки йогурт ҡушып блендерҙа болғатылған еңел ризыҡ. Бер нисә смузи рецепты тәҡдим итәбеҙ: Мүк еләге + гранат. Был смузи айырыуса ҡышҡы осорҙа иммунитетты нығытыу өсөн файҙалы булыр, сөнки унда организм өсөн кәрәкле антиоксиданттар күп. Смузи өсөн 100  г гранат емеше, 100 г мүк еләге, 120 г йогурт, ¼ ст һөт кәрәк. Барыһын бергә блендерға һалып болғатҡас файҙалы эсемлек әҙер булыр.

Иртәнсәк нимә ашау файҙалы?
Иртәнсәк нимә ашау файҙалы?

 

 

  • Еләк + кунжут орлоғо

Был рецептта төрлө емеш-еләк, хатта туңдырылғаны ла бара. Блендерға үҙегеҙгә оҡшаған 100 г емеш,  100 г гранат һуты, 100 г һыу, 0.5 аш ҡалағы кунжут орлоғо һалып болғатабыҙ. Стаканға ҡойғас өҫтөн тағы ла әҙерәк кунжут орлоғо менән биҙәйбеҙ.

 

  • Алма + банан + дәрсен (корица)

1 ҡыҙыл алма, 1 банан, 5 миндаль сәтләүеге, 100 мл һөт, 100 г йогурт кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ барыһын бергә блендерға һалып болғатабыҙ ҙа өҫтөнә дәрсен һибәбеҙ. Смузи әҙер!

 

  • Геркулес + хөрмә + ҡабаҡ.

5 аш ҡалағы геркулесҡа 1 хөрмә, 100 г таҙартылған ҡабаҡ,  1 ст йогурт һалып блендерҙа яҡшылап болғатабыҙ.

 

  • Банан + хөрмә

Блендерға 1 ст ҡайнар һыу, 1 банан, 3 финик емеше, ¼ аш ҡалағы дәрсен һәм 1 семтем ванилин һалып болғатабыҙ. Был смузины эҫе килеш эсергә кәрәк.

 

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: