Бөтә яңылыҡтар

Өйҙә мандарин үҫтереү серҙәре

Йортта йылы яҡ емешен үҫтереү хәҙер ят күренеш түгел. Шулай ҙа уның үҙенсәлектәрен белеү мөһим.

Өйҙә мандарин үҫтереү серҙәре
Өйҙә мандарин үҫтереү серҙәре

Беренсенән, мандаринды көҙөн түгел, яҙын тәбиғәт уяна башлағанда күсереп ултыртырға кәрәк. Икенсенән, цитрус үҫентеләрен күсергәндә, һауыттың диаметры бер-ике сантиметрға ғына ҙурыраҡ булырға тейеш. Үҫемлек үҫкән һайын, шул тәртиптә сүлмәк тә киңәйә бара. Ҙур үҫемлекте ике йылға бер тапҡыр күсерәләр.

Цитрустар айырым тәрбиә шарттары талап итә. Мандарин яҡшы үҫһен өсөн, ҡышын кәмендә һигеҙ сәғәт, йәйен 10 – 14 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк. Шуға уның һауытын иң яҡты тәҙрә төбөнә ҡуялар. Ҡышын көндөҙгө лампа ярҙамында һәм кис тәүлегенә биш-алты сәғәт өҫтәмә яҡтыртырға тура килә. Лампаны үҫемлектән 30 – 40 сантиметр алыҫлыҡҡа ҡуялар.

Мандаринды ҡайһы саҡта щитовка зарарлай. Уны бөтөрөү өсөн һабынлы-майлы эмульсия менән эшкәртергә кәрәк. Ул бер литр һыуға 40 – 50 грамм кер һабыны, 10 – 15 грамм машина майы ҡушып яһала. Эмульсияны ҡаты теш щеткаһы менән һөртәләр. Ике-өс сәғәттән үҫемлекте йылы һыуҙа ҡойондоралар. Бындай эшкәртеүҙе бер аҙна аралыҡ менән өс-дүрт тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Тейешле шарттар тыуҙырылғанда, мандарин бүлмәлә лә сәскә ата, тәмле емештәр ҙә өлгөртә.

Иртә яҙҙа үҫемлек уянып үҫә башлағансы формалаштырып киҫеү ҡыуаҡтың уңыш биреүен тиҙләтә. Оҙон ботаҡтарҙың – өстән берен, ҡыҫҡаларының өс-бишәүҙән береһен керетеп, осон ҡыҫҡартып киҫәләр. Тышҡа ҡарап торған бөрө өҫтөнән үк киҫергә кәрәк, сөнки ботаҡ бөрө “ҡараған” яҡҡа табан үҫә башлай.

Тағы бер үҙенсәлек: мандаринды борорға ярамай. Бүлмә гөлдәрен яҡтылыҡ тигеҙ төшһөн өсөн борғолайҙар, быны кинәт эшләгәндә, мандарин япраҡтарын ҡоя башлай. Уны әкрен генә аҙнаһына 10 – 12 градусҡа борорға кәрәк.

Фото: sadovnikam.ru

Читайте нас: