Бөтә яңылыҡтар

Ҡышын әсе борос үҫтереү серҙәре

Әсе боросто үҫтереүе әллә ни ауыр түгел. Әммә бер нисә шартты үтәү кәрәк.

Ҡышын әсе борос үтереү серҙәре
Ҡышын әсе борос үтереү серҙәре

Төп талап 3 – 4 сәғәт ҡояш яҡтыһы менән тәьмин итергә кәрәк. Ике-өс айҙан әллә ни ҙур булмаған ҡуйы ҡыуаҡ үҫеп сыға. Әсе борос бер урында биш йылға тиклем уңыш бирә ала. Өйҙә ултыртыу өсөн үҙе һеркәләнә торған һәм иртә өлгөрөүсе сорттарын алығыҙ.

Улар:

«Украинский горький»

«Бабье лето»

«Огонек»

«Пиковая дама»

«Кармен»

«Суперчили»

«Курьез»

Бынан тыш, «Змей Горыныч» һәм «Слоновый хобот» сорттарын да баҡсасылар яратып ҡуллана. Беренсеһе мул уңыш бирә, үтә әсе тәмгә эйә. Икенсеһе – әсе боростар араһында иң ҙур булып үҫә торғаны, 27 сантиметрға етә. Боросто көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайышҡа ҡараған тәҙрә төбөндә үҫтерәләр.

Борос үҫтереүгә талаптар:

– сифатлы тупраҡ әҙерләү,

– ҡышын 1 – 2 сәғәт өҫтәмә яҡтылыҡ булдырыу,

– тупраҡтың кибеүенә юл ҡуймау,

– уңыш бирә башлағас, туҡландырыу.

Читайте нас: