Бөтә яңылыҡтар

Бөйөрҙө таҙартабыҙ

Бөйөргә таш ултырмаһын өсөн был рецептарҙы мотлаҡ ҡулланығыҙ.

Профилактика яһау өсөн рецепт:

- Кипкән әлморондо (шиповник) ĸoфемoлĸала онтап алығыҙ йә ит турағыстан үткәрегеҙ;

- Әҙер массаны 5–6 аш ҡалағы алып, ҙур булмаған кәстрүлгә һалығыҙ. Унан өҫтөнә 3 стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ;

- Был кәстрүлде һыулы ҙурыраҡ кәстрүлгә ултыртығыҙ һәм һыу боҫонда 10-15 минут бешерегеҙ. Мәле-мәле менән болғатып торор кәрәк;

- Унан ҡапҡас ябып, һыуығанын көтөгөҙ.

Әҙер төнәтмәне көнөнә йылы килеш 3-4 тапҡыр берәр стакан эсегеҙ. 15 минут үткәндән һуң ярты стакан эт еләген (толокнянка) төнәтмәһен эшләп эсергә кәңәш ителә. Ә был төнәтмәне былай  эшләргә: 3 аш ҡ. эт еләген 3 стaкaн эҫе һыу менән болғатып, 20 минут тирәһе һүрән утта ҡайнатып сығарырға.

Бөйөрҙө таҙартыу өсөн:

- ҡайнап һыуытылған 1 стакан һыуға 1 аш ҡ. онталған һәм кипкән пол-пала үләнен һалығыҙ ҙа һыу парында 15 минут тотоғоҙ.

- тейешле ваҡыт үткәс, уттан алып, 2-3 сәғәт төнәтегеҙ. Әҙер төнәтмәне һөҙөп алығыҙ. Унан ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 3 тапҡыр 1-2 ай дауамында эсегеҙ.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: