Бөтә яңылыҡтар

Микротулҡынлы мейес серҙәре

Файҙалы кәңәштәр

Микротулҡынлы мейес серҙәре
Микротулҡынлы мейес серҙәре
  1. Киптерелгән аш тәмләткес үләндәрҙең тәмен яңыртып алырға теләһәгеҙ, уларҙы 30 секундҡа микротулҡынлы мейестә тотоу ҙа етә.
  2. Иҫкергән икмәкте салфеткаға төрөп, яңыртып алырға ла була.
  3. Миндаль сәтләүеген бер аҙ эҫе һыуҙа тотоп алғандан һуң 30 секунд микротул­ҡынлы мейестә ҡыҙҙырғанда, ҡабығы яҡшыраҡ әрселер.
  4. Әфлисун менән грейпфрутты мейескә ҡуйып алғандан һуң уларҙың ҡабығы эсендәге аҡ тышсаһы еңел генә таҙартылыр.
  5. Микротулҡынлы мейес ярҙамында лимон һутын тамсыһына тиклем һығып алырға була.
  6. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә теләгән йәшел тәмләткестәрҙе киптерергә теләһәгеҙ, микро­тулҡынлы мейескә ҡуйып алығыҙ.
  7. Балыҡ ҡырҡҡан, йәшелсә-емеш тураған таҡтағыҙҙағы насар еҫ бөтмәһә, лимон һөртөп, “ҡыҙҙырып” алығыҙ.
  8. Һауыт- һаба йыуған губканы дезинфекциялау өсөн был мейес үтә лә уңайлы.
Читайте нас: