Бөтә яңылыҡтар

Киви яратаһығыҙмы?

Үҙегеҙ өйҙә үҫтерегеҙ

Киви яратаһығыҙмы?
Киви яратаһығыҙмы?

Кивиҙы марттан башлап май айына тиклем сәсәләр. Бының өсөн магазиндан ныҡлап өлгөргән киви һатып алырға кәрәк. Емеш йомшаҡ, тигеҙ тышлы, бер ере лә йәнселмәгән булырға тейеш.

Сәсер алдынан емеште йыуып, бер нисә өлөшкә бүлергә һәм итләс урындарын һаҡ ҡына иҙергә. Килеп сыҡҡан массаны йылымыс һыулы стаканға һалып, бер нисә минут тотоу талап ителә. Бынан һуң бер нисә тапҡыр һыуға һалып, йыуып алырға кәрәк. Уның йомшаҡ өлөшө ағып сығып, тостары ғына тороп ҡаласаҡ. Орлоҡтарҙы салфеткаға һалып, өс-дүрт сәғәт тоталар. Кибә башлағас, сепрәккә урап, сынаяҡ аҫтына һалырға. Унан сепрәккә уралған орлоҡ өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоу талап ителә. Һыу сепрәккә һеңгәндән һуң орлоҡтарҙы тағы ла бер тапҡыр ҡаплап, ҡояшлы урынға ҡуялар. Төндә ҡаплап торған әйберен алып ташларға кәрәк. Орлоҡтар һәр ваҡыт дымда тотола, бының өсөн уларға ара-тирә һыу ҡойоп тороу талап ителә. Аҙна самаһы ваҡыт үткәндән һуң орлоҡтар шыта башлаясаҡ.

Шытҡан орлоҡтарҙы гөл һауытына сәсәләр. Һауыттың төбөнә аҙыраҡ керамзит һалырға онотмағыҙ. Ә инде тупраҡтың әҙерен алыу яҡшыраҡ – тропик лианалар өсөн тәғәйен тупраҡтан да ҡулайырағы булмаҫ. Тупраҡты һыулы һауытта оҙаҡ ҡына тоторға кәрәк, был ул дым тартһын өсөн эшләнә. Һауытҡа тупраҡты матурлап һалып, 7 сантиметр тирәһе тәрәнлектә 2 – 3 орлоҡ сәсәләр. Бынан һуң һауытты ҡояшлы, йылы урынға ҡуйырға кәрәк, уны ҡаплаңҡырап тороу яҡшы. Алты көн самаһы үткәндән һуң тәүге үҫентеләр күренә башлаясаҡ. Киви әллә ни күп дым талап итмәй, ләкин һибелгән һыуҙың йылымыс булыуы мотлаҡ. Анығыраҡ әйткәндә, кивиға айына дүрт тапҡыр ғына һыу һибеү ҙә етә. Һыуҙы яҙ һәм йәй көндәрендә генә күберәк һибәләр. Бынан тыш, эҫе ҡояшлы көндәрҙә киви үҫентеләренең япраҡтарын һыуларға кәрәк.

Киви үҫентеһен һирәкләтеп торорға онотмағыҙ, юҡһа улар бер-береһенә зыян килтерәсәк. Тәүҙәрәк артыҡ үҫентеләрҙе йолҡоп ҡына алырға ла мөмкин. Ләкин шуны белегеҙ – кивиҙың тамырҙары ныҡ йәйелә. Шуға ла эрерәк булып үҫкән үҫентеләрҙе ҡырҡып алырға кәрәк.

Бөтә шарттар ҙа яҡшы булған осраҡта, киви дүрт йылдан һуң емеш бирәсәк.

Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/mahsus/2013-03-29/y-kivi-tere-ysuly-527317

Читайте нас: