Бөтә яңылыҡтар

Йүтәлдән шәп микстура

Был дарыуҙы кистән эшләп ятыр кәрәк. Шулай иткәндә иртә таң менән дауаланыу процедураһын башлап та ебәрергә була.  Өймәләмә 2 аш ҡалағы кипкән әсе әремде (аптеканан алырға була) 0.5 йәки 0.75 литрлыҡ банкаға һалып, өҫтөнә 1 стакан араҡы ҡойоғоҙ. Унан һыу ҡойолған кәстрүлгә ултыртып, утты тоҡандырығыҙ. Ул шулай һыу парында 20 минут томаланып ултырһын.  

Был дарыуҙы кистән эшләп ятыр кәрәк. Шулай иткәндә иртә таң менән дауаланыу процедураһын башлап та ебәрергә була. 

Өймәләмә 2 аш ҡалағы кипкән әсе әремде (аптеканан алырға була) 0.5 йәки 0.75 литрлыҡ банкаға һалып, өҫтөнә 1 стакан араҡы ҡойоғоҙ.

Унан һыу ҡойолған кәстрүлгә ултыртып, утты тоҡандырығыҙ. Ул шулай һыу парында 20 минут томаланып ултырһын.

20 минуттан һуң утты һүндерегеҙ. Һыу парынан банканы алырға ашыҡмағыҙ, ул шул килеш ултырып һыуырға тейеш. Әйткәндәй, алкоголь пар менән сығып бөтә.

Иртәнсәк төнәтмәне һөҙөп алығыҙ ҙа (әремен һығып төшөрөгөҙ) 1 аш ҡалағы бал ҡушығыҙ. 

Был дауаны түбәндәге схема буйынса эсергә була: 

Иртәнге 6-7 сәғәттә -- 2 аш ҡалағы эсеп, артынан берәй йәшелсә-емеш ашып ҡуйығыҙ. 

12-13 сәғәттә -- 1 аш ҡалағы эсеп, артынан йәшелсә-емеш ашап ҡуйығыҙ. 

18-19 сәғәттә -- 1 аш ҡалағы эсеп, артынан йәшелсә-емеш ашап ҡуйығыҙ. 

23-24 сәғәттә -- 2 аш ҡалағы эсеп, артынан йәшелсә-емеш ашап ҡуйығыҙ. 

Ошо рецепт буйынса эшләнгән дарыуҙы схеманан тайпылмай ғына эсһәгеҙ, 1-2 көндә бронхиттың нимә икәнен дә оноторһоғоҙ.

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: