Үҫентеләрҙе үҙҙәре үҫтереүсе баҡсасылар яҡшы белә: ваҡытында яҡшы тәрбиә күргән үҫентеләр генә йәй буйы мул уңыш бирәсәк. Шуға ла һәр эште ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарырға кәрәк.
Шундай эштәрҙең береһе — үҫентеләрҙе пикировкалау. Йәғни икенсе ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултыртыу. Бигерәк тә ул помидорҙар өсөн мөһим һанала, уларҙың тамырҙары ныҡлы булып үҫәсәк. Помидор үҫентеләре 1-2 ысын япраҡ (иң беренсе сыҡҡан икеһе һаналмай) сығарыу менән пикировкалау эшенә тотоналар. Башта үҫентеләргә мул итеп һыу һипһәң, уларҙы һауытынан алыу еңелерәк. Был юлы үҫентеләрҙе 6x6 йәки 8x8 сантиметрлы һауыттарға утыртыу һәйбәт була.
Пикировкалау ваҡытында үҫентеләрҙе орлоҡ өлөшөнә ҡәҙәр күмдерәләр. Әгәр үҫентеләр бик оҙонайып киткән булһа, күсергәндә уларҙы бер аҙ ятҡырып ултырталар. Күсереп ултыртҡандан һуң йәнә һыу ҡойорға онотмағыҙ. Марганцовкалы һыу ҡойоу яҡшырак булыр.
Помидор үҫентеләре пикировкалауҙы еңел кисерә, тиҙ үҫеп китә. Ә бына борос менән баклажанға һағыраҡ ҡараш кирәк. Помидорҙы пикировкалау мәжбүри һаналһа, борос һәм баклажан үҫентеләре үҫтереүҙең ике юлы бар. Уларҙы пикировкалау юлы менән дә, һауытынан күсермәйенсә лә үҫтерергә мөмкин. Бындай үҫентеләр күсереп ултыртҡандан һуң оҙаҡ ҡына мадып китә алмай.
Помидор үҫентеләрен һуңға ҡалыбыраҡ күсерергә яраһа, баклажан менән боросто иртәрәк пикировкалау отошло. Артыҡ ҙурайып киткән үҫентеләр насар шәбәйә.