Нутрициолог Екатерина Новикова йәшел, ҡыҙыл һәм һары алмаларҙың һаулыҡ өсөн файҙа күҙлегенән айырмаһын аңлатты. Был хаҡта ул News.ru менән һөйләште.
Алма сағыуыраҡ булған һайын, унда файҙалы матдәләр күберәк, тине Новикова. Уның әйтеүенсә, йәшел алмалар кәүҙә ауырлығын конролдә тотоусылар йәки аллергияға бирешеүселәр өсөн файҙалыраҡ. “Уларҙа, ҡыҙыл алмаларға ҡарағанда, кислоталар күберәк һәм шәкәр әҙерәк, тимәк, уларҙың калориялылығы ла түбәнерәк. Бынан тыш, йәшел алмаларҙа С витамины күберәк, ә уларҙы йәшел төҫкә буяусы пигменттарҙың аллергенлығы түбәнерәк”, – тине белгес.
Ҡыҙыл алмалар татлыраҡ һәм шунлыҡтан калориялыраҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙа тимер байтаҡҡа күберәк. Нутрициолог ҡыҙыл емештәрҙе йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булғанда һәм уларҙы профилактикалау өсөн, шулай уҡ бөйөрҙәр, бауыр ауыртҡанда ашарға кәңәш итә.
Һары алмалар иһә составы буйынса йәшелдәргә яҡыныраҡ, әммә уларҙа бета-каротин һәм шәкәр, шулай уҡ диарея булғанда ярҙам итеүсе һәм ҡанда холестерин кимәлен кәметеүсе пектиндар күберәк.