Водород әсетмәһен үҫентеләр яратыуын күптәр белмәйҙер, моғайын. Гөлдәрҙе һәм үҫентеләрҙе ашлау, орлоҡтарҙы сәсер алдынан эшкәртеү өсөн иң ҡулайлыһы ул.
Һәйбәт антисептик булараҡ, ул төрлө микроорганизмдар һәм инфекциялар менән көрәшә, ерҙе зарарһыҙландыра. Тағы ла бер һәйбәт яғы – ерҙе кислород менән һуғара. Был айырыуса үҫентеләрҙең тамырына файҙалы, ти Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге агрономы Фирҙәүес Аҫылбаева.
– Орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләү өсөн, уларҙы 40 минутҡа водород иретмәһенә батырып ҡуйырға кәрәк. Ваҡыты үткәс, орлоҡто һыулы сепрәк йә марляға һалып, бер тәүлек самаһы тотабыҙ. Һуңынан уларҙы сәсергә кәрәк. Был алымды ҡулланғанда, орлоҡтарҙың барыһы ла шытасаҡ һәм үҫентеләр ҙә 3-4 көнгә иртәрәк сығасаҡ.
Водород әсетмәһен ашлама итеп ҡулланғанда, бер литр һыуға ике аш ҡалағы 3 процентлы шыйыҡсаны алып, һәйбәт итеп болғатабыҙ ҙа әҙ-әҙләп һибәбеҙ. Бындай туҡландырыуҙы аҙнаһына бер тапҡыр эшләргә була. Был ысул үҫентеләрҙе күп кенә ауырыуҙарҙан һаҡларға ярҙам итер, – ти белгес.
Шулай уҡ бер литр һыуға бер аш ҡалағы шыйыҡсаны һалып, үҫенте һәм гөлдәргә пульверизатор ярҙамында һиптереп сығырға була.
Был ашламаны помидор, борос, баклажан айырыуса яратыр.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.