Емеш ағастарының олонон һәм ботаҡтарын ағартыу эштәрен ер йылынғансы, зарарлы бөжәктәр уянғансы башҡарырға кәрәк. Иретмә сифатлы булһа, ағастарҙы бер тапҡыр ағартып сығыу ҙа етә. Түбәндә бирелгән ҡатнашма ел-ямғырға, ҡояш нурҙарына сыҙам, оҙаҡ һаҡлана һәм ағас ҡайырын зарарһыҙландыра.
Иретмә әҙерләү өсөн 10 литр күнәккә 2-3 килограмм аҡбур, 500 грамм баҡыр купоросы, 100 грамм казеиндан яһалған елем алына. Баҡыр купоросын ҡайнар һыуҙа иретәбеҙ, елем һәм аҡбур ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан иретмә ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булырға тейеш.
Ҡайһы бер баҡсасылар ағастар матур күренһен тип, уларҙы ағартҡанда акрил буяу ҡуллана. Был дөрөҫ түгел: акрил буяу ағастарға тын алырға ирек бирмәй. Шуға ла ағартыу өсөн файҙалы һәм сифатлы иретмә һайлағыҙ.
Фото: jockeypromo.ru