Бөтә яңылыҡтар

Колорадо ҡуңғыҙынан ҡотолорға теләһәгеҙ

Колоардо ҡуңғыҙынан ҡотолорға теләһәгеҙ, ябай ғына халыҡ ысулын ҡулланып ҡарағыҙ.

Колорадо ҡуңғыҙынан ҡотолорға теләһәгеҙ
Колорадо ҡуңғыҙынан ҡотолорға теләһәгеҙ

Беҙҙең халыҡта картуф күптән икенсе икмәк урынында инде. Тик аҙаҡҡы йылдарҙа йәйҙең үтә эҫе булыуы мул уңыш алыуға ҡамасаулай. Етмәһә анау колорадо ҡуңғыҙҙары ла картуфтарҙы ашап йонсота. Күптәр орлоҡҡа тигән картуфты ла махсус препараттар менән эшкәртеп сәсә. Бәғзеләр йәй дауамында бер нисә тапҡыр картуфлыҡтарында шундай уҡ "дарыуҙар" ҡуллана. Кемдер картуф шытыу менән ҡуңғыҙҙарҙы сүпләй башлай.

Тәбиғи яҡтан таҙа һәм файҙалы картуф үҫтергегеҙ килһә ябай халыҡ ысулын ҡулланып ҡарағыҙ. Был йән көйҙөргөс бөжәктәрҙән химик препараттарһыҙ ҙа ҡотолоп була. 

Бер ҡап ҡоро гәрсис порошогын һәм 50 г кер йәки дегет һабынын ҡырғыс аша үткәреп бер күнәк йылымыс һыуға ҡушып һабын иреп бөткәнсе яҡшылап болғатабыҙ. Артабан 100 мл 9%лы һеркә өҫтәп махсус һиптергес ярҙамында картуфтарға яҡшылап һиптереп сығабыҙ.

Был шыйыҡсаны мотлаҡ кискеһен йәки иртән, көн һалҡынында ғына ҡулланырға кәңәш итәләр.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: