Бөтә яңылыҡтар

Ҡыярҙан мул уңыш алғығыҙ килһә...

.

🥒Ҡыяр туҡландырыуға, тәрбиәгә бик талапсан. Улар тигеҙ булып үҫеп, яҡшы уңыш алыу өсөн, уны тейешенсә туҡландырырға кәрәк.

🥒Ҡыяр сәскә атҡанда органика ярата, ул уны нығыта, үҫтерә. Емештәрен барлыҡҡа килтереү өсөн калий кәрәк. Был ваҡытта ҡыярҙы көл менән туҡландыралар. 1 биҙрә һыуға 1 стакан көл һалып, бер тәүлек тоторға һәм һәр төпкә 0,5 әр л һибеп сығырға. Быны ике аҙна һайын ҡабатларға ярай.

🥒Шуға өҫтәп кесерткән төнәтмәһе әҙерләгеҙ. Бының өсөн теләһә ниндәй һауытҡа кесерткән тултырырға, йылы һыу ағыҙырға һәм әсетергә ҡуйырға кәрәк. Ферментация тиҙерәк барһын өсөн, бер ус тупраҡ һәм 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо өҫтәргә ярай. Бер аҙнанан файҙалы әсетке әҙер була, уны 1 биҙрә һыуға 1 л иҫәбенән ҡушып, ҡыярҙарға һибергә кәрәк.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: