Үҙең үҫтергән алмалар булыуҙың өҫтөнлөктәре күп. Берҙән, үҙең үҫтергән емештән шикләнәһе юҡ. Магазиндан алғанына ҡарағанда, баҡсаныҡында витаминдар ҙа күберәк.
Ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуя торған алмаларҙы йыйғанда уҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Емеште бары тик ҡоро һауа торошо булғанда ғына йыйырға, һабаҡ өлөшөн өҙөп ырғытмаҫҡа – алмала ҡалдырырға. Алмаларҙы һөртөргә һәм йыуырға ярамай. Ҡайһы берәүҙәр алманы йыйған көндә үк тартмаларга тултырып, баҙға «ҡышларға» ҡуя. Был дөрөҫ түгел. Башта емештәрҙе ике-өс аҙнаға баҙға ҡуйып торорға кәрәк, боҙоҡ алма шул ваҡыт эсендә беленә. Унан һуң емештәрҙе алып, сортын – сортҡа, эреһен – эрегә, вағын ваҡҡа айырып сығырға кәрәк.
Алманы кәрзингә йәки ҡағыҙ тартмаға тултырып һаҡларға була. Алмаларҙы һабаҡ өлөшөн өҫкә ҡаратып береһе өҫтөнә икенсеһен өйәбеҙ. Өҫтөн ҡапламайынса, баҙға ҡуябыҙ. Тик был ысул менән алманы оҙаҡ һаҡлап булмай. Бер емеш серей башлаһа, ауырыу ҡалғандарына ла тарала. Былай итеп һаҡларға уйлаһағыҙ, даими рәүештә емештәрҙе тикшереп торорға тура киләсәк.
Һәр алманы газетаға йәки салфеткаға төрөп, шул килеш тартмаға теҙеп һаҡларға була. Ҡышҡылыҡҡа һаҡлауҙың тағын бер төрө: тартманың төбөнә 3 см ҡалынлыҡта яҡшылап йыуып киптерелгән ҡом менән көл ҡатнашмаһы йәйәбеҙ. Бер-береһенә тейеп тормаҫлыҡ итеп, алмаларҙы шул ҡомға теҙәбеҙ. Емештәрҙең өҫтөнә тағын бер нисә ҡат шул ҡатнашманы һибәбеҙ. Ҡом урынына һуған ҡабығы, торф, мүк, япраҡ, ағас сүбе лә ҡулланырға була. Бындай ысул менән алмалар яҙға тиклем һаҡлана ала.
Алма һаҡлана торған баҙҙа йәки иҙән аҫтында дымлылыҡ 85-95 проценттан да кәмерәк булмаҫҡа тейеш, юғиһә, емештәр формаһын юғалтасаҡ.