Ауыртҡан урынға боҫламалар ҙа ҡуйырға, әсе боросло кастор майы менән ыуынырға мөмкин. Бының өсөн аптеканан һатып алынған бер һауыт (40мл) кастор майына 1 аш ҡалағы ҡыҙыл борос һалына. Ун көн төнәткәндән һуң һәр көн ятыр алдынан ошо төнәтмә менән ыуыныу файҙаға ғына булыр.
Ә бына тоҙланған балды һыҙланған саҡта ҡулланырға кәңәш ителә. Бының өсөн бал менән тоҙҙо бер үк күләмдә алып болғарға, ауыртҡан урынға һалып, компресс өсөн махсус ҡағыҙ йәки аш пленкаһы менән төрөргә. Өҫтөнән йөндән йылы повязка менән уратырға. Был ҡушымтаны төнгә ҡарай, ятыр алдынан эшләнә.
Тоҙ шеште бөтөрһә, бал һыҙланыуҙы, елһенеүҙе баҫа. Тик бының өсөн бер курс (6-8 тапҡыр) үтергә.
Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!