+24 °С
Ямғыр
Уны һәр көн һайын ҡулланһаң, һин үҙеңде сезонлы инфекцияларҙан һаҡлап ҡалаһың һәм организмдың һаҡланыу көсөн - иммунитетты нығытаһың.
Түбәндәге компоненттар кәрәк буласаҡ:
1 сынаяҡ алма һеркәһе;
1 сынаяҡ бал;
10 тырнаҡ һарымһаҡ.
Һарымһаҡ тырнаҡтарын тышынан таҙартырға. Унан уларҙы бал һәм алма һеркәһе менән бутап, тығыҙ ябыла торған банкага һалып ҡуйығыҙ. Шифалы эсемлекте һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Нисек ҡулланырға?
Шифалы эсемлектең файҙаһын инде бишенсе көнгә үк һиҙәһең. Хәлһеҙлек, баш ауыртыуҙар бөтә, ашҡаҙан эшсәнлеге яҡшыра һәм организмдың тонусы һәйбәтләнә. Анемия, йоҡоһоҙлок, астеник синдромдан яфа сигеүселәргә был бына тигән дауа!